Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Сибай театрының «Ҙур гастролдәре»

IMG_6050

Дағстан Республикаһының Дербент ҡалаһындағы С. Стальский исемендәге музыкаль-драма театрында Бөтә Рәсәй берҙәм гастроль-концерт планына ярашлы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының гастролдәре булып үтте.

Тамашасылар иғтибарына өс спектакль тәҡдим ителде: балалар өсөн «Приключения Лесного Эха» әкиәте, “Их, күгәрсенкәйҙәрем!” лирик комедияһы һәм “Әлдермештән Әлмәндәр” комедия-фантасмагорияһы.

Беренсе көндә тамашасылар лирик комедия ҡараһа, икенсе көндә балалар өсөн әкиәт күрһәтелде.
“Әлдермештән Әлмәндәр” спектакленән алда Сибай театры директоры Әбдрәшитов Илнур Риза улы Дербент ҡалаһы тамашасыларына Башҡортостан сәләмдәрен еткерҙе. Яуап итеп Табасаран театры директоры А.А. Алимурадов сығыш яһаны.
Илнур Риза улы табасарандарға ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. Алимурад Арсланбекович та, үҙ сиратында, ҙур ихласлыҡ менән сибайҙарға Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Дербент ҡалаһы башлығы А.А. Кулиев та Рәсәй Федерацияһы милли мәҙәниәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Сибайский театрына Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының гастролдәре Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй берҙәм гастроль-концерт планы эгидаһы аҫтында ойошторолдо. Ҙур гастролдәр илдең ҙур һәм бәләкәй ҡалаларында йәшәүсе Рәсәй тамашасыларына илебеҙ һәм сит ил сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләре менән танышырға мөмкинлек бирә.

Поделиться: