Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ГАСТРОЛДӘР!

n1eSOHDU2D4

Хөрмәтле театр һөйөүселәр!

18-24 августа беҙҙең театр Мәсетле һәм Ҡыйғы райондарына гастролдәргә сыға.
Тамашасыларға Флорид Бүләковтың «Их, күгәрсенкәйҙәрем!” (реж. А.Нәҙерғолов, Д.Нурғәлин) 12+ спектален тәҡдим итәбеҙ.

Был лирик комедия ҡарттар йортонда көн күргән дүрт оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ тураһында. Геройҙарыбыҙ һис тә бирешергә теләмәй, улар хыяллана, пландар ҡора һәм үткәндәр менән түгел, ә бөгөнгө менән йәшәй. Портфелендә көтөлмәгән сер йөрөткән «кейәү-бабайҙың» килеүе айырыуса ҡыҙыҡлы.
Флорид Бүләковтың әҫәрҙәре тормошҡа һөйөү, оптимизм һәм юмор менән һуғарылған. Был спектаклде ҡарағандан һуң да тамашасылар шатлыҡ һәм илһам тойғоһо кисерәсәк.

18 август – Мәсетле районы Оло Ҡыҙылбай,
19 август – Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ,
20 август – Мәсетле районы Абдулла,
21 август – Ҡыйғы районы Йыланлы,
22 август – Ҡыйғы районы Ибрай,
23 август – Ҡыйғы районы Йосоп,
24 август – Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәҙәниәт йорттарында көтөп ҡалабыҙ.

Билеттар һылтанма буйынса:  https://iframeab-pre5405.intickets.ru/event/12247264/

Белешмәләр өсөн телефон: +7927-340-14-64

Поделиться: