Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Яңы йыл әкиәте

афиша новогодняя

Ҡәҙерле балалар! Атай-әсәйҙәр!
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Яңы йыл байрамына әҙерлек күптән башланды. Һеҙҙең өсөн, бәләкәй тамашасыларыбыҙ, тылсымлы әкиәттең спектакле әҙерләнә.
Быйыл һеҙҙе “Карамбули-карамбаба”, так велит Ягуля-Баба!” исемле әкиәт менән ҡыуандырасаҡбыҙ. Был спектаклдә һеҙгә күптән таныш персонаждар ҡатнаша. Мәскәй әбей менән Үлемһеҙ Кощей Ҡыш бабайҙың тылсымлы таяғын урлап, боҙоҡлоҡ ҡыла алырҙармы икән? Быны һеҙ тамаша ваҡытында күрерһегеҙ.
Йылдағыса Яңы йыл шыршыһы тирәләй әйлән-бәйлән уйындары, конкурстар, йыр-бейеүҙәр һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәре буласаҡ. Костюмдар парадында үҙегеҙҙе лә, беҙҙе лә ҡыуандырығыҙ!
Рәхим итегеҙ!

Поделиться: