Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Күгәрсен районында гастролдәр тамамланыҡ

5821e85e-6742-4dcc-bc6e-257fc5f9697f

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге сибай дәүләт башҡорт драма театры гастролдәр менән Күгәрсен районында булды.

“Әлдермештән Әлмәндәр” спектаклен күгәрсендәр һоҡланып ҡаршы алды. Хатта йәйгеһен дә, ауыл халҡының күп мәшәҡәттәре булғанда ла, тамашасыларҙың тамашаларға килеүе һәм йышыраҡ килеүен һорауы театрға ҡарата ҙур һөйөү тураһында һөйләй! Ә йәштәрҙең спектакль менән ҡыҙыҡһыныуы айырыуса ҡыуандыра, тимәк, театр яңы аудиторияның иғтибарын йәлеп итә алған.

Театр администраторы Альбина Ниғмәтуллина ижади бригада исеменән Мәҡсүт, Йомағужа, Күгәрсен, Тәүәкән ауылдары мәҙәниәт йорто мөдирҙәренә Һәм айырыуса Исим ауылынан Тамара Степановнаға гастролдәрҙе ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре һәм йылы ҡабул иткәндәре өсөн айырым рәхмәт белдерә!

Гастролдәрҙең һуңғы көнөндә театр Мортаза Рәхимовтың тыуған төйәгендәге Тәүәкән ауылында сығыш яһаны һәм Башҡортостандың беренсе президентына арналған музейында булды.

Хәҙер беҙҙең коллектив көсөн туплау өсөн йыллыҡ отпускҡа әҙерләнә. Артистарға күңелле ял теләйбеҙ һәм яңы ҡыҙыҡлы спектаклдәр көтәбеҙ!
Һәм яңы театр миҙгелендә осрашыуға тиклем!

Поделиться: