Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ЙӘШӘҮ ДӘРТЕ АЛЫҒЫҘ

zUK98mY6qLQ

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ҡуйған спектаклдәрҙең күпселеге ауыл тормошона бәйле. Бәлки шуғалыр ҙа уны халыҡсан театр тип атайҙарҙыр. Ул ғына ла түгел, “тәгәрмәс өҫтөндәге театр” тип тә нарыҡлайҙар, сөнки ауылдар буйлап гастролдәрҙә йыш йөрөгән Сибай артистарын республикабыҙҙың һәр тарафында үҙ күреп ҡаршылайҙар, хөрмәт итәләр. Йолаға тоғро ҡалып, сибайҙар Күгәрсен районы тарафтарына сәфәргә сығырға йыйына. Был юлы улар билдәле драматург Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде күрһәтәсәктәр. Рәсәй театрҙарының бихисап сәхнәләрендә ҡуйылған пьесаны театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин фантасмагория жанрында әҙерләне һәм яңылышманы – күптәргә таныш әҫәр бөтөнләй яңыса балҡып китте, тамашасылар күңелен яуланы, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ихлас алҡыштарға күмелде. Туҡһанды уҙған ауыл бабайы Әлмәндәрҙең йәшәү көсө шул тиклем көслө, ул хатта Әжәлдең үҙен төп башына ултырта. Бөгөн тормош ауыр, тип, күптәр төшөнкөлөккә бирелгән осорҙа был спектакль, лайыҡлы йәшәү өсөн, заманса әйткәндә, мотиватор булыр. Тамашаға рәхим итегеҙ! Килегеҙ, күрегеҙ, йәшәү дәрте алығыҙ!


Радик ӨМӨТҠУЖИН – театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.

Поделиться: