Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Айгөл Хәкимованың буш торған ваҡыты юҡ. Фиғеле, булмышы менән ул тик театр өсөн генә яралған һәм яратылған кеүек. Уның бар ғүмере, ынтылыштары сәнғәткә бағышланған. Нисәмә йылдар буйы үҙе эшләгән театр сәхнәһе йөҙөн билдәләүсе актрисаның күңел донъяһы ниндәй, маҡсаттары ҡайһы тарафтарға йүнәлтелгән? Ул 1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай. Курстың етәксеһе Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов була. Республиканың данлы Сибай театры коллективында эш башлап, уға шул дәүерҙән әлеге көнгәнсә тоғро ҡалып, яңынан-яңы ролдәр сығара, дәртләнеп, янып хеҙмәт итә ул. «Остаздарым – Гөлли Мөбәрәкова, Таңсулпан Бабичева, Эльвира Юнысова, Суфия Ҡорбанғәлиева. Сәнғәткә һөйөү уятҡан, мине тәрбиәләгән яҡын кешеләрем тап улар булды», – ти Айгөл.
Урман ҡыҙы
Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә Айгөл Хәкимова. Атаһы Мирас Хәким улы мал ҡараусы булып эшләй, ә күп бала әсәһе Маһинур Заһит ҡыҙы, өй хужабикәһе, балаларын баға, уларға яҡшы тәрбиә бирә. Ул үҙе матур йырлай. Бейеүгә мөкиббән бер туған апаһы Рәмилә ике йәшлек Айгөлгә уның серҙәрен өйрәтә. Бейеү, әйтерһең, уның булмышына үтеп инә. Мәктәптә уҡығанда бәйгеләрҙә беренсе урын алып йөрөй тал-сыбыҡтай һығылмалы, зифа буйлы, мөләйем йөҙлө ҡыҙыҡай.
Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Айгөл Мирас ҡыҙы БДУ-ның филология факультетына имтихандар тапшыра. Конкурстан үтмәгәс, тыуған яғына ҡайтып, район үҙәге Асҡарҙа Мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Балалар бейеү түңәрәген алып бара. Икенсе йылына ыңғай ғына Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә инеп китә. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, Сибай театрын һайлай. Ни өсөн Сибай? Әсәһенә, туғандарына, тыуған яҡтарына яҡыныраҡ булырға, тигән теләктән тыуа ул ҡарар. Әммә театр донъяһына сумғас, Айгөл күҙаллағанса килеп сыҡмай, әсәй эргәһенә ҡайтыу һирәк эләгә: яңы ролдәр, гастролдәр – сәнғәт үҙенә тулыһынса йолоп ала уны. Тәүге ролен – Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» спектаклендәге Сәрүәр образын – һағынып иҫләй Айгөл. Уны сәхнәгә Олег Закир улы Ханов ҡуя. Тамашасы нисек ҡабул итер, бергә уйнаған партнерҙары – көслө актерҙар, улар ни тиер? Тулҡынланыуҙар артта ҡала. Спектакль уңышлы үтә. Әле һаман һағынып иҫкә алалар был тамашаны.
Орлоҡ төшкән ерендә ҡиммәт
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының төп үҙенсәлеге – уның халыҡҡа яҡынлығы, артистарҙың ролдәрҙе башҡарыу кимәле юғарылығы. Башҡорт теленең бөтә яғымлылығын уларҙың телмәре аша тоя тамашасы. Күңел ял итә, йән рәхәтләнә тыңлағанда. Ошо бейеклекте театр әле һаман тота.
Рәмилә Хоҙайғолова, Рәмилә Сәлимгәрәева, Рәдиф Яныбаев, Риф Сәйфуллин, Вәкил Йосопов, Вәкилә Ҡалмантаева, Зифа Баязитова, Хәмзә Ҡурсаев, Рәзинә Ҡаһарманова, Марат Йәмилев кеүек сәнғәт әһелдәренең ижады сәскә атҡан, исемдәре йондоҙ булып балҡыған ваҡытҡа тура килә Айгөл Хәкимованың театрҙа эш башлауы. Көслө состав коллективтың йөҙөн билдәләй.
«Һәр роль – бала кеүек, характер эҙләйһең. Режиссер менән бергәләшеп ижад ителә образ. Уның тормошсан булыуы күҙәтеүсәнлектән дә, йәшәйеште, кешеләрҙе аңлауҙан да килә. Шундай ролдәр була, уларҙан айырылып, был тормошҡа ҡайтаһы килмәй», – ти актриса. Театраль стажы өс тиҫтәгә етеп барған Айгөл Хәкимованың уйнаған ролдәре лә һанап бөткөһөҙ. Иң иҫтә ҡалғандарынан – Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө» спектаклендәге Шәфәҡ образы. Уны күңеленә яҡын ҡабул итә. Сәхнә бәхете Айгөлдө урап үтмәй. Лирик образдарҙы ул яратып башҡара. Йырлы, бейеүле ролдәрҙе үҙ итә. Зәйнәб Биишеваның «Тылсымлы ҡурай»ында – Гөлзифа, Тамара Ғәниеваның «Тамарис»ында – Гәүһәр, Таңсулпан Ғарипованың «Тәңкәле ҡыҙ»ында – Тәңкәбикә, «Китмәгеҙ, торналар!»ҙа – Бибизада, Әнғәм Атнабаевтың «Әсә хөкөмө»ндә – Адетта, Салауат Әбүзәровтың «Хыялый» трагикомедияһында – «Йондоҙ», Флорид Бүләковтың «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы»нда – Нурия, «Эх, күгәрсенкәйҙәрем»ендә – Хәнә, «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа»һында – Мәҙинә, Наил Ғәйетбаевтың «Һинән – фатир, минән – ир»ендә – Зәйтүнә, Лира Яҡшыбаеваның «Әүлиә»һендә – Гөлйемеш, Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында – Уңғанбикә, Талха Ғиниәтуллиндың «Тау артында ниҙәр бар?»ында – Хәҙисә, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың «Ҡара тупраҡ» спектаклендә Ҡарасәс образдарын ҡабатланмаҫ һәм тамашасы күңеленә мәңге уйылып ҡалырлыҡ итеп сәхнәгә сығара. Флорид Бүләковтың «Шайморатов генерал» драма-реквиемы ла (режиссеры – Илнур Муллабаев) актрисаның хәтерен балҡыта. «Әҫәр 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы тураһында. Йәмилә һуғышта берҙән-бер улын, йән киҫәге Моратты юғалта. Ошо ҡот осҡос афәттән ҡәҙерлеһен һаҡлап ҡала алмауҙа үҙен ғәйепле һанай. Шунлыҡтан йөрәге шартлауҙан үлә. Был йыйылма образ улдары һуғышта башын һалған бөтә әсәйҙәргә бағышлана. Әлеге ваҡытта ла донъялар тыныс түгел. Бындай хәлдәрҙән Хоҙай әсәйҙәрҙе аралаһын», – ти актриса. Күңеленә ятмаған ролдәрҙе лә башҡарырға тура килә уға. Әйтәйек, Ярослава Пулиновичтың «Һағыштарым тулы ғазаптарым» (режиссеры – Олег Ханов) спектаклендә әсәһен рәнйеткән, ҡаты бәғерле ҡатын роле. Матди байлыҡты өҫтөн күргән бысраҡ күңелле кеше Айгөлдөң булмышына тура килмәй.
Сафландыра, пакландыра театр…
Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар!» спектакле икенсегә тергеҙелә һәм Айгөл Хәкимова унда Әсә ролен башҡара. Беренсеһен тамашасы шул тиклем яратып өлгөргән була. Спектакль уйналғас, икенсе составты ҡабул итерҙәрме, тигән икеләнеүҙәр юҡҡа сыға. Һәр образды актриса үҙенсә күрә һәм йөрәге аша үткәрә. Айгөл тыуҙырған образ да тамашасы күңеленә хуш килә. «Актер бөтә яҡтан да камил, иң тәүҙә йөрәге бөтөн булырға тейеш», – ти ул. Кем менәндер аралашҡандан һуң күңелдә бушлыҡ тояһың, ә Айгөл уйнаған ролдәрҙе ҡараһаң, ул бөтәйә, әйтерһең, иңдәрҙә ҡанат үҫә.
«Сәхнәлә актерҙар тамашасының йөҙөн, кем ниндәй рәттә ултырғанын күрмәй. Үҙең ҡорған хәл-ваҡиғаларҙа йәшәгәндә залдағылар юҡҡа сыға. Үҙең булдырған донъя йәнләнә. Ул ысынбарлыҡтан саҡ ҡына өҫтөн. Матурлыҡҡа йүнәлтә, күңелде сафлай. «Китмәгеҙ, торналар!»ҙы ҡарап сыҡҡандан һуң бер таныш ағай: «Эсеүемде ташлайым, ҡабат иҫерткес эсемлектәрҙе ауыҙыма ла алмайым», – тине һәм шул һүҙен тотто. Тамашасы сәхнәлә үҙен таный. Тиңләй, сағыштыра. Театрға барғанда ла ул яңылыҡ эҙләй, нимәнелер – ул бер һүҙ, әйтем, ҡараш булыуы мөмкин – күңеленә ала. Актрисаның һөйкөмлөгө, күркәм костюмдар уның зиһенен биләй, тамашасы шул гүзәллеккә ынтыла, үҙе лә матур, батыр булғыһы килә», – тип уртаҡлаша талантлы ханым.
Венер Сөнәғәтов менән партнерҙар булып уйнаған ваҡытты һағынам, ти Айгөл Мирас ҡыҙы. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрынан тамашасы элекке алған эмоцияларын көтә. Ҡалыптан сығып яңы әйбер тәҡдим итһә, спектакль икенсе алым менән эшләнһә, халыҡ уны ҡабул итеп етмәй. Шуныһы раҫ: тормош дауам итә. Уның менән театр ҙа үҫергә тейеш.
Һуңғы ваҡыт йыр менән ныҡ мауығып киттем, улар күңелемә дәрт, илһам өҫтәй, ти ул. Театрҙағы концерт бригадаһы – Айгөлдөң ошо талабын ҡәнәғәтләндереүсе бер сара. Быға хәтлем спектаклдәрҙә йырлаһа, киләсәктә йырға иғтибарын һәм ваҡытын күберәк бүлмәксе. Көҙгөлөккә ҙур концерт программаһын әҙерләргә ниәт иткән. «Тормоштоң йылдамлығы шунда ла күренә: элек спектаклдәрҙе ике ай эшләһәк, хәҙер 15-20 көн эсендә сәхнәгә сығарабыҙ», – ти Айгөл.
Башҡортостан ҡыҙы Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2023) һанында уҡығыҙ.