Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Театр бүлегенә уҡырға кил!

kTH79xjGlnE

Сығарылыш уҡыусыларының иғтибарына!
Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы театр бүлегенә абитуриенттарҙы уҡырға саҡыра.
Бейергә, йырларға яратһаң, төрлө мәҙәни конкурстарҙа әүҙем ҡатнашһаң, театр сәнғәтен яҡын күрһәң, беҙгә уҡырға кил.
Актер оҫталығы һөнәрен үҙләштергәндәргә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында һәм “Сулпан” Сибай башҡорт дәүләт балалар театрында практика үтеү мөмкинлеге бар. Бөгөнгө көндә колледждың 3-сө курс студенттары Руслан Ходаков, Илназ Ҡотлозаманов, Арслан Хәмитов, Лидар Ҡасимов, Аделина Ҡарабаева профессиональ актерҙар менән бергә театр сәхнәһендә уйнайҙар. Имтиханға башҡорт телендә бер шиғыр, мәҫәл, проза әҫәренән өҙөк ятлап килеү мотлаҡ. Музыкаль инструментта уйнай белгәндәргә, йыр-бейеүгә оҫта булғандарға өҫтөнлөк бирелә. Һәләтлеләрҙе һәр саҡ ҡыуанып ҡаршы алабыҙ!

Поделиться: