Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Өҙөлгән өмөт” гастролгә юллана

lV5yjCvwNrU

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ноябрь гастролдәре тамашаларына саҡыра.
Спектакль бик актуаль тема күтәрә, ул да булһа — наркомания, суицид. Ғалим ғаиләһендә үҫкән Рәфил мәктәпте тамамлағас, эш таба алмай интегә. Әрмегә ата-әсәһе ебәрергә теләмәй. Уйламағанда ул Лира менән таныша һәм «күңелле тормош» башлана…
Өмөт өҙөлә… Шуға ла спектакль «Өҙөлгән өмөт» тип атала. Ә беҙ өмөттәрҙең өҙөлөүен теләмәйбеҙ! Йәштәрҙе бәләнән аралайыҡ!
Нәжиб Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт” драмаһы, 16+
13 ноябрь – Дыуан районы Мәсәғүт
14 ноябрь- Мәсетле районы Оло Ыҡтамак
15 ноябрь – Балаҡатай районы Яныбай
16 ноябрь – Салауат районы Малаяҙ
17 ноябрь – Салауат районы Арҡауыл
18 ноябрь – Дыуан районы Арый
19 ноябрь – Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы
20 ноябрь – Үрге Ҡыйғы
22 ноябрь- -Дыуан районы Дыуан мәҙәниәт йорттарында ҡуйыласаҡ.
Тамашалар киске сәғәт 7-лә башланасаҡ.
Билеттар кассаларҙа һәм Сибай театры сайтында һатыла!
Пушкин картаһы ғәмәлдә.
Рәхим итегеҙ!

Поделиться: