Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Республикала башҡорт теле буйынса олимпиада уҙғарыл

fbc42184-0974-468c-9b87-082d30508536

2024 йылдың 9-11 октябрендә Башҡортостанда башҡорт теле буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк. Ул быйыл икенсе тапҡыр ойошторола.
Ҡатнашыусылар өсөн төрлө кимәлдәге онлайн-тест һорауҙары әҙерләнгән: башланғыс кимәл – башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн; ирекле кимәл – башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн; өсөнсө төр һорауҙар – башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.

Тест һорауҙарына яуап биреү өсөн октябрҙең 9-ынан 11-енә тиклем олимпиаданың сайтына инеп теркәлеү үтергә кәрәк. Артабан өс кимәлдең береһен һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә генә ҡала. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырыла. Бәйгелә 100 балға тиклем йыйыу мөмкинлеге бар.
Олимпиада тамамланғандан һуң, сайтта белемде үҙ аллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар ҡуйыла. Әгәр ҙә теркәлеү, тест үтеү, сертификат алыу йәки техник йәһәттән ҡыйынлыҡтар тыуһа, +7(3472) 46-58-24 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Олимпиада беренсе тапҡыр 2023 йылдың октябрендә үтте. Унда Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 төрлө илдән вәкилдәр ҡатнашты. Биш көн дауамында олимпиадала барлығы 27 614 кеше ҡатнашып, башланғыс кимәлдә – 17 557, ирекле кимәлдә – 8 843, башҡорт теле диалекттары буйынса 214 кеше үҙ үҙ белемен һынап ҡараған.
Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды үткәрә. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы башҡорт теленең бәҫен арттырыу йүнәлешендә бихисап проекттар тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, Башҡорт теленән диктант акцияһы 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Башҡорт теленән олимпиаданы икенсе йыл ғына үткәрәбеҙ, әммә ул да халыҡ һөйөүен яулар, яҡшы йолаға, туған телебеҙҙе өйрәнеү проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеүсе яҡшы ҡоралға әүерелер тигән өмөттәбеҙ, – тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.

 

Поделиться: