Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Риф Сәйфуллинға 75 йәш!

2024-10-03_017

Ҡәҙерле дуҫтар!

РФ-ның атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Риф Сәйфуллинға 75 йәш! Был талантлы актер театр сәнғәте үҫешенә бик ҙур өлөш индерҙе һәм театрыбыҙҙың ғорурлығына әйләнде.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры юбиляр хөрмәтенә әҙерләнгән спектаклдәргә саҡыра:
– 16 октябрҙә — “Их, күгәрсенкәйҙәрем!” лирик комедияһы була. Был спектаклдә Риф Сәйфуллин төп ролдәрҙең береһен башҡара, тамашасылар күңеленә тормош һөйөүсе Абдулла образында күренәсәк.
– 17 октябрҙә —“Әлдермештән Әлмәндәр” фантасмагорияһында ул сәхнәнән төшмәйенсә йәшәү мәғәнәһен төшөндөрәсәк.
– 18 октябрҙә —“Йәшлек менән осрашыу” исемле ижади бенефисында юбиляр, тормош юлын байҡап, тамашасыларға ижады тураһында бәйән итәсәк.

Билеттар театр сайтында: https://sibaidramteatr.ru/category/afisha/
Белешмәләр өсөн телефон: +79373504582, +7(34775)22500

Поделиться: