Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың туғандарына төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу бик мөһим. Спектаклдәр, концерттар, күргәҙмәләр, музейҙар – бөтәһе лә уларҙың рухи үҫешенә, илһөйәрлек тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә тейеш.
МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт мәҙәниәт учреждениелары сараларға бушлай йөрөү мөмкинлеген бирә. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ла операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына, балаларына, ата-әсәһенә спектаклдәрҙе бушлай ҡарау мөмкинлеге бар.
Был сара Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылдың 11 октябрендәге “Башҡортостан Республикаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү буйынса саралар планы тураһында”ғы РГ-415 һанлы бойороғо менән регламентланған.

Бушлай билет алыу өсөн театр кассаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бының өсөн үҙегеҙ менән Һеҙҙең берәй туғанығыҙ МХО-ла ҡатнашыуы тураһындағы граждандың шәхесен раҫлаусы документ (туған кеше мөрәжәғәт иткән осраҡта), социаль ярҙам сараһы (белешмә) алыусы граждандың статусын раҫлаусы документ күрһәтергә кәрәк.