Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

«Тапшырылмаған хаттар» Бөрйәндә

txPcmG2jrp0

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры һеҙҙе гастроль спектаклдәренә саҡыра!
24- 28 июнь Бөрйән районына Сулпан Әбдрәхимованың «Тапшырылмаған хаттар» мелодрамаһы менән барабыҙ. 16+

Ҡуйыусы-режиссер – БР-ҙың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтунов.

Интернет һәм кеҫә телефондары булмаған осорҙа ғашиҡтар бер-береһенә мөхәббәт һүҙҙәрен хаттарҙа еткерә. Тик ҡайһы ваҡыт хаттар эйәһена барып етмәй. Бәлки, яҡын кешеләре ғашиҡтарҙың бергә булыуын теләмәгәндер. Әммә һәр яуыз эш асыла, һәм был хәйлә лә фаш ителәсәк.

Спектаклдә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айгөл Хәкимова һәм Салауат Вәлиев, театр актрисаһы Рима Ғәйнуллина ҡатнаша.

24 июнь – Ғәлиәкбәр
25 июнь – Брәтәк
26 июнь – Килдеғол
27 июнь – Мораҙым
28 июнь – Ғәҙелгәрәй ауыл мәҙәниәт йорттарында көтәбеҙ!

Башланыу ваҡыты 20.00. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Билеттар театр сайтында: https://sibaidramteatr.ru/ba/до-востребования/
Пушкин картаһы ғәмәлдә.
Белешмә өсөн телефон 89273385523

Поделиться: