Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ТЕАТРҘА ТОРМОШ ТУҠТАМАЙ

4389eb8333494261aac21323e168ad87

94-се ижади миҙгелде ғәҙәттәгесә премьера менән асабыҙ. Быйыл Мәскәү драматургы Мәликә Икрамованың “Ололар көнө” тип аталған пьесаһы буйынса “Доктор” тип аталған спектакль әҙерләйбеҙ. 23, 24 сентябрҙә тәүге тамашаларҙы театр һөйөүселәр хөкөмөнә сәхнәгә сығарабыҙ.
Ғүмеренең унынсы тиҫтәһен ваҡлаған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрын республикабыҙҙа бик яҡшы беләләр–Урал аръяғында ул юғары кимәлдәге берҙән-бер профессиональ театр. Ауылдар буйлап гастролдәрҙә йыш йөрөгәнгәмелер, уны халыҡ театры тип тә атайҙар. Был баһа уны һис тә кәмһетмәй, киреһенсә, бәҫен күтәрә, халыҡсанлығына баҫым яһай, сөнки һәр театрға бындай мөһөр баҫылмай. Сибайҙар шундай баһа йөрөткән берҙән-бер театр, тиһәк тә хата булмаҫ. Был дөрөҫлөктө бәхәсһеҙ генә ҡабул итергә кәрәктер, сөнки 94-се ижади миҙгелен асҡан театр быны бер быуатҡа яҡын тарихында йылдан-йыл иҫбатлап килә. Киләсәктә лә шулай дауам итер, тип ышанайыҡ, театрға тоғро актерҙар быуындар күсәгилешлеген өҙмәҫ, тип өмөт итәйек. Әлеге көндә театр ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй, мөбәрәковсылар яңы ижади миҙгелен ҡасан, нисек асырға уйлай? Ошо турала театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлиндән һораштыҡ:

–94-се ижади миҙгелде ғәҙәттәгесә премьера менән асабыҙ. Быйыл Мәскәү драматургы Мәликә Икрамованың “Ололар көнө” тип аталған пьесаһы буйынса “Доктор” тип аталған спектакль әҙерләйбеҙ. 23, 24 сентябрҙә тәүге тамашаларҙы театр һөйөүселәр хөкөмөнә сәхнәгә сығарабыҙ. 25 сентябрҙә Айбулат Сәсәнбаев пьесаһы буйынса Зиннур Сөләймәнов ҡуйған “Беҙҙең байлыҡ” спектакле күрһәтеләсәк. Шулай итеп яңы миҙгелде асыу өс көн дауамында барасаҡ. Әйткәндәй, яңы спектаклебеҙҙә төп ролдәрҙең береһен–докторҙы йәш актер Фидан Шәйәхмәтов башҡара. Сығышы менән ул Баймаҡ районы Иҙрис ауылы егете. Элек “Сулпан” балалар театрында эшләп, Салауат театрына күскәйне, әле кире Сибайға әйләнеп ҡайтып, драма театрында эш башланы. Йәш көстәрҙең театрға килеүе беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡыуаныслы ваҡиға. Кәйефтәребеҙ күтәренке, йәйге ялдарҙан һуң ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Октябрь айында Дағстан республикаһына гастролгә йыйынабыҙ. Унда Флорид Бүләковтың пьесаһы буйынса “Их, күгәрсенкәйҙәрем!” һәм Туфан Миңнуллин әҫәре буйынса “Әлдермештән Әлмәндәр” спектаклдәрен алып барабыҙ, балалар өсөн “Приключения лесного эха” әкиәтен күрһәтәсәкбеҙ. Дербент ҡалаһында ошо өс спектакль менән сығыш яһайбыҙ. Июнь айында Дағстандың Табассаран театры беҙгә килеп ҡайтҡайны, ҡунаҡ ашы–ҡара-ҡаршы, тигәндәй, хәҙер үҙебеҙ юлға сығабыҙ. Был сара Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының “Ҙур гастролдәр” Бөтә Рәсәй берҙәм гастролдәр-концерт планына ярашлы башҡарыла. Ноябрь айына Владимир Жеребцовтың “Потомок” (“Вариҫ”) пьесаһын сәхәнәләштереүҙе күҙаллайбыҙ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналасаҡ спектаклде сәхнәгә үҙем сығарасаҡмын. Декабрь айында Яңы йыл байрамына балалар өсөн ғәҙәттәгесә яңы спектакль әҙерләнә. Уны режиссерыбыҙ Залина Усманова үҙ өҫтөнә ала, пьесаны бөгөнгө заманға бәйләп, балаларға ҡыҙыҡ булғандай итеп эшләргә ниәтләнә. Беҙ пландар менән генә йәшәмәйбеҙ, театр көндәлек тормошо, тынғыһыҙ эштәре менән мәшғүл. Күптән түгел генә ике төркөм “Беҙҙең байлыҡ” һәм “Их, күгәрсенкәйҙәрем!” спектаклдәре менән Баймаҡ, Әбйәлил һәм төньяҡ-көнсығыш райондар буйлап гастролдәрҙә йөрөп ҡайтты. 6, 7 сентябрҙә мәктәп балалары өсөн махсус ҡуйылған “Как избежать зла?” спектакле көндөҙ театр сәхнәһендә күрһәтелде. 9 сентябрҙә “Их, күгәрсенкәйҙәрем!”де Белорет ҡалаһына алып барҙыҡ. Театр яңы спектакль әҙерләгән мәлдә лә, ваҡыт табып, гастролдәргә сыға, тамашасыларын ҡыуандыра. Беҙ уларҙы театрҙың 94-се миҙгелен асыуға көтөп ҡалабыҙ. Иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға яҙһын!

Радик ӨМӨТҠУЖИН, театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.

“Атайсал” гәзите, 12 сентябрь 2024 йыл

Поделиться: