Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Табасаран театры беҙҙә ҡунаҡта

IMG_8986

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында беҙҙең театр Дағстан Республикаһының Табасаран дәүләт драма театры коллективын ҡаршы алды. Коллегаларыбыҙ «Ҙур гастролдәр» программаһы сиктәрендә Сибай ҡалаһына спектаклдәр менән килде.
Был проект күп йылдар дауамында уңышлы эшләп килә һәм театр коллективтарына илебеҙ буйлап гастролдәр ойошторорға, сығыштар географияһын киңәйтергә мөмкинлек бирә.
Иртәгә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры сәхнәһендә ҡунаҡтарыбыҙҙың сығыштарын күрергә мөмкин:
⚡11 июнь, 11.00 сәғәттә “Өләсәйемдең сере” (Р. Рахман), 0+
⚡11 июнь 19.00 сәғәттә “Ҡәйнә” (М. Шамхалов), 12+
⚡12 июнь 19.00 сәғәттә “Ҡултыҡ таяғы менән байрам” (с.Лобозеров), 16+.

Поделиться: