Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Өфө, ҡаршы ал!

jEmDw7MKGmI

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективы Өфөгә юлға сыҡты.
Иртәгә баш ҡала тамашасыһына “Фронтовичка” драмаһын тәҡдим итәсәк.
Тамаша киске сәғәт етелә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында буласаҡ.

24 йәшлек Маша Небылица хәрби госпиталдән сығып, һөйгәненең әсәһенә юллана. Тыныс ваҡытта нимә менән шөғөлләнергә, ҡыҙ әлегә белмәй. Ул яҡшылыҡҡа өмөт менән йәшәй, сөнки иң ҡурҡыныс йылдар үткәндә.

Маша Уралға һөйгәнен көтөргә килә,әммә ул бында кәрәкме? Һуғышсан, ябай, ихлас фронтовик ҡыҙ тиҙҙән үҙенең һуғышы тамамланмағанлығына инана…

Режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев.
🧩 Спектакль башҡорт телендә. Тексты рус теленә синхрон тәржемә ителә.
Билеттарҙы театр кассаһында һатып алырға мөмкин
📞 Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 286-59-05, 8-927 933 9634
✅ Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Ватан Мәҙәниәте» федераль партия проекты сиктәрендә ҡуйылды.

Поделиться: