Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале

9cb5a09c6c206973f4294296fda608e2

2024 йылдың 16-23 майында Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале үтәсәк.

Быйыл фестиваль сиктәрен киңәйтте һәм тәүге тапҡыр «Милли театрҙар» исеме аҫтында уҙғарыла, элек ул «төрки телле театрҙар фестивале» тип атала ине.

Афишала 15 спектакль күрһәтелгән, уларҙың икәүһе – конкурстан тыш: и. М.Ғафури һәм А. С. Пушкин исемендәге Псков академия драма театры.

Конкурс программаһында – Абхазия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Башҡортостан, Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Мари-Эл, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Тува, Дағстан театр коллективтарының спектаклдәре.

«Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале Өфөлә 1991 йылдан алып фекерҙәштәр осрашыуы һәм ижади тәжрибә уртаҡлашыу өсөн үткәрелә.

Театрҙа осрашҡанға тиклем!

Поделиться: