Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Табасаран театрының гастролдәренең икенсе көнө

IMG_9296

12 июндә Табасаран театрының А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында гастролдәренең икенсе көнө тамамланды.

Коллектив тамашасыларға «Праздник на костылях» комедияһын тәҡдим итте. Артистар сағыу уйын күрһәтте, уны тамашасылар йылы ҡабул итте. Спектаклдән һуң театр етәксеһе Әлимурад Әлимурадов сибай тамашасыларына йылы ҡабул иткәндәре һәм ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт әйтте.

Сибай театры директоры Илнур Әбдрәшитов Табасаран театрына «Ҙур гастролдәр» проектында ҡатнашырға саҡырыуы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ошо хеҙмәттәшлек арҡаһында Сибай театры 2024 йылдың октябрендә Дағстанға гастролдәргә сығырға мөмкинлек алды.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Гөлиә Нәҙерғолова Табасаран театрына Сибай Ҡалаһы Хакимиәте башлығынан рәхмәт хаты тапшырҙы.

Поделиться: