Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Театр коллективы эштә!

66aa42b6-b501-4ba9-a1f7-01925cf64870

Ҙур ҡыуаныс менән хәбәр итәбеҙ: театр коллективы йәйге ялдарҙан һуң эш башланы һәм ижади мөхиткә сумды!

“Бәхетһеҙ бәхетлеләр” исемле (авторы – Мәликә Икрамова) яңы спектакль өҫтөндә әҙерлек башланды. Артистар бүленгән ролдәре буйынса пьесалағы ваҡиғалар солғанышында йәшәй, сәхнәгә ҡуйыусылар декорация, костюмдар өҫтөндә эшләй. Йылдағыса, ижади ығы-зығылар аныҡ фекергә тупланып, берҙәм ағымда үҫеш тигән мауыҡтырғыс ағым менән алға бара.

Шулай уҡ Әбйәлил, Мәсетле, Ҡыйғы райондары буйлап гастролдәр башлана.
Ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙе үҙебеҙҙең илаһи эшебеҙҙең башланыуы менән ҡотлайбыҙ! Ҡотлауҙарға ҡушылыуығыҙҙы һорайбыҙ, хөрмәтле, яратҡан тамашасыларыбыҙ!

Поделиться: