Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Беҙҙең байлыҡ” гастролдәргә сыға.

IMG_0940

Ҡәҙерле дуҫтар!

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Айбулат Сәсәнбаевтың “Беҙҙең байлыҡ” (режиссеры –Зиннур Сөләймәнов) исемле пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль менән гастролдәргә сыға.

Был тамашала ауылдағы атай йортон һатырға йыйынған ағалы-ҡустылы Азат менән Азаматтың мажаралы ваҡиғалары тураһында һөйләнә. Өйҙө йыйыштырған ваҡытта ике туған батша осорондағы тәңкәләр менән нағышланған түшелдерек табып алалар. Оҙаҡ уйламай, Азаттың ҡатыны, Азаматтың еңгәһе Ғәлиә ҡомартҡыны фотоға төшөрөп, социаль селтәргә ҡуя. Көтөлмәгән ваҡиғалар сылбыры нәҡ ошо “байлыҡҡа” ҡағылышлы башланып китә лә инде.
Сәхнәләге күренештәр кеше ышанмаҫлыҡ көлкөлө тойолһа ла, спектакль геройҙарына ҡарап, уларҙың урынында мин ни эшләр инем, тигән уй тыуа. Ата-бабаларҙан ҡалған аманатҡа хыянат итмәйбеҙме беҙ?
Уйынлы-ысынлы , әммә бик мөһим һорауҙарға яуап биргән тамашаға рәхим итегеҙ!

20 август — Билал ауылы, Баймаҡ районы;
21 август — Михайловка ауылы, Әбйәлил районы;
22 август — Ташбулат ауылы, Әбйәлил районы.
Көтәбеҙ, килегеҙ! Бик ҡыҙыҡ буласаҡ!

Билеттар һылтанма буйынса: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/event/17793646/
Белешмәләр өсөн телефон: 📞89273385523

Поделиться: