Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Яуызлыҡтан ҡасыу” (“Как избежать зла?!”) спектакленә саҡырабыҙ

J6r-urtSrDg

Хөрмәтле тамашасылар!
Һеҙҙе бик актуаль темаға ҡағылған “Яуызлыҡтан ҡасыу” (“Как избежать зла?!”) спектакленә саҡырабыҙ. Дана Сидеростың пьесаһы буйынса уны театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин ҡуйҙы.
6 сентябрҙә сәғ. 10:00 һәм 12:00, 7 сентябрҙә сәғ. 10:00 бөгөнгө үҫмерҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте тураһындағы тамашаны ҡарай алаһығыҙ.
“Яуызлыҡтан ҡасыу” спектаклендә элиталы гимназия уҡыусыларының тормошондағы беренсе мөхәббәт, лидерлыҡ өсөн көрәш, шәхес булып формалашыу проблемалары һүрәтләнә. Бер туҡтауһыҙ йыш ҡабатланған пожар сиренаһының тауышы мәктәптәге ваҡиғаларҙы ҡырҡа үҙгәртә. Балалар йортонан бер туған ике уҡыусының был гимназияға уҡырға килеүе лә, әлбиттә, ҡыуанып ҡабул ителмәй. Етмәһә, уларҙһың бер кемгә лә аңлашылмаған сәйер ишаралар менән аралашыуы ла аңлайышһыҙлыҡ тыуҙыра. Үҫмерҙәргә бер-береһен аңлап, ишетеп ҡабул итеп өсөн ҡатмарлы юл үтергә кәрәк. Еңел булмаған тәүге аҙымды ҡайһы яҡ беренсе булып яһар?
Был спектакль, әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнеп, тамашасылар күңелен яулап өлгөрҙө. Бигерәк тә студенттар һәм өлкән класс уҡыусылары уны яратып ҡабул итте. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә был тамашаны яңынан ҡарау мөмкинлеге бар.

Поделиться: