Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Ижади миҙгелен асыла

4f4ccabf-233f-489b-8eea-773784462266

📢Ҡәҙерле дуҫтар!

✨Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Һеҙҙе 94-се Ижади миҙгелен асыу тантанаһына Мәликә Икрамова пьесаһы буйынса ҡуйылған “Доктор” спектакленең премьераһына саҡыра.
Ҡуйыусы режиссеры – Денис Нурғәлин.

Тамашалағы ваҡиғалар билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус асылған Ҡарттар йортонда бара. Был учреждениела ваҡыт туҡтап ҡалған кеүек тойола, әммә ул сәнғәткә хас тиҙлектә дауам итә. Спектакль барышында Һеҙ хаҡлы ялдағы артистар нисек көн үткәреүен күрерһегеҙ, уларҙың үҙ-ара ғәҙәти тормошҡа хас булмаған аралашыуына шаһит булырһығыҙ, был йортҡа нисек эләгеүҙәре тарихтарын ишетерһегеҙ – кемдер бында үҙ теләге менән килгән, кемделер балалары алып килеп тапшырған. Пьесаның сюжеты күңел хистәренең иң нескә ҡылдарын сиртә.

Тарихи ваҡиға 23 сентябрҙә сәғ. 19:00 була.

Оло шатлыҡты бергәләп бүлешергә саҡырабыҙ!

🎟Билеттар театр кассаһында һәм һылтанма буйынса: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/27674053/

Белешмәләр өсөн телефон: 89373504582

Поделиться: