Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Тапшырылмаған хаттар” гастролдәрҙә

f3ae49ef-47c4-4fff-8fa5-8194bd081ba9

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Сулпан Әбдрәхимованың пьесаһы буйынса режиссер Сәлихйән Әфләтунов ҡуйған “Тапшырылмаған хаттар” спектакле менән Баймаҡ районының Ишмөхәмәт, Әбйәлил районының Ишҡол һәм Байым ауылдарында булып ҡайтты.
Тамашасылар артистарыбыҙҙы йылы ҡаршы алды, спектаклде бик ихлас ҡараны. Урындағылар ауыл халҡын онотмауҙары өсөн сибайҙарға ҙур рәхмәтен еткерҙе, тағы ла яңы спектаклдәр менән һөйөндөрөүҙәрен һораны.
Бындай осрашыуҙар һис шикһеҙ ҡыуандыра, театр һөйөүселәрҙең ихлас, йылы мөнәсәбәте беҙҙе яңы ижади үрҙәргә әйҙәй.
Сәнғәт халыҡҡа яҡын булһын өсөн бындай иҫтәлекле мәлдәр йыш ҡабатланырға тейеш, шул саҡта ғына театр үҙенең төп бурысына тоғро ҡала, ваҡыт менән бергә атлай.
Беҙҙең менән бергә булған, һәр яңы спектаклдәребеҙҙе ҡарап барған тоғро дуҫтарыбыҙға Ҙур рәхмәт!

Поделиться: