Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры республикабыҙҙа бай тарихлы, бай традициялы, үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы булған милли, үҙенсәлекле театрҙарҙың береһе.
Ул күк Ирәндек буйында матурлыҡ, нәфислек донъяһы ҡороп, тамашасы күңеленә рухи байлыҡ өләшеүсе, мәҙәниәтебеҙҙе яҡтыртыусы йәнле усаҡ булып тора.
Оло тәжрибәле, абруйлы театр тарихында шатлыҡлы ваҡиға – ул 90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт арауығында театр Башҡортостандың төрлө төбәктәрен урап сыҡты, сит өлкәләрҙә лә уңышлы сығыш яһаны һәм меңәрләгән тамашасының һөйөүен яулап, киң танылыу тапты.
1931 йылдың июнь айында күренекле режиссер – педагог Мәкәрим Мәһәҙиевтың уҡыусылары, Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаусы туғыҙ йәш артист: Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйнәп Ниғмәтуллина, Хәнифә Искәндәрова, Сания Йәнбухтина, Сынтимер Баҡыев, Сәхи Сәйетов, Шәғәле Һөйәрғолов, Мөхәммәт Ишҡаболов, Ғәшиә Абыҙгилдиналар Стәрлетамаҡ ҡалаһына башҡорт театры ойоштороу өсөн эшкә ебәрелә. Баш режиссер вазифаһына исеме һуңғараҡ Рәсәйҙә генә түгел, хатта бөтә донъя күләмендә билдәлелек яулаған мәшһүр артисыбыҙ, ысын мәғәнәһендә сәхнә арыҫланы, йәш, дәрт-дарманы ташып торған Арыҫлан Мөбәрәков тәғәйенләнә. Администратор итеп Шәғәле Һөйәрғолов билдәләнә. Шулай итеп, республикабыҙҙың Икенсе башҡорт профессиональ театрына нигеҙ һалына.
Ижади төркөмдө нығытыу маҡсатында шул уҡ йылды театрға тағы ла унлаған һәләтле егет һәм ҡыҙ өҫтәлә. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған Бикташ Кәлимуллин, оҫта гармунсы Фәйзулла Ғәйфуллин, ҡурайсы Хәмит әхмәтов, талантлы артистар Ниғмәт Хәсәнов, Кәли Ғилметдинов, һ.б. була. Улар тиҙ арала коллективта үҙ урындарын табып, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Йәшлек дәрте урғылып, күңелдәрендә сәнғәткә сикһеҙ һөйөү усағы дөрләгән йәш коллективтың тәүге сәхнә эше – күренекле урыҫ драматургы А. Глебовтың «Дау» исемле спектакле була. Был спектаклдә уйнаған артистар Бикташ Кәлимуллин, Сания Йәнбухтина, Хәнифә Искәндәрова, Сәхи Сәйетов, Зәйнәб Ниғмәтуллина һәм башҡалар театрҙың гастролгә сығыуының тәүге көндәренән үк тамашасыларҙың оло ихтирамын яулай. Һис шикһеҙ, тәүге уңыш йәш коллективҡа ҡанат ҡуя, үҙ мөмкинлектәренә ышанысты нығыта.
«Дау» спектаклен ҡараған һәр ауыл халҡы үҙҙәренең ысын сәнғәт донъяһына юлығыуын, профессиональ артистар менән осрашыуын тоя. Артабан инде театрҙы һәр ауылда ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар, артистар менән осрашыу халыҡ күңелендә оло байрамға әүерелә.
«Дау» спектакленән һуң кешеләрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүсе «Гудок», «Дауыл», «Үҙ юлынан», «Яҙ йыры» кеүек әҫәрҙәр сәхнәләштерелә. Шулай уҡ яңы сәхнә әҫәрҙәре менән бергә төрлө концерттар, тамашалар ҙа ҡуйыла.
1932 йылда Урал аръяғы райондары халҡының мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, республика хөкүмәтенең махсус ҡарары менән театр Баймаҡ ҡалаһына күсерелә һәм «Баймаҡ колхоз – совхоз театры» тип атала башлай. Коллектив тәүге спектаклдәре менән алтын һәм башҡа ҡиммәтле ҡаҙылмалар сығарыусы Түбә, Бүребай, Семен, Юлалы, Байҡара һ.б. төбәк халҡын хеҙмәтләндерә. Йәш коллективҡа әленән-әле республиканың күренекле сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә ижади ярҙам күрһәтеп тора.
Бында төрлө йылдарҙа билдәле сәхнә оҫталары: режиссерҙар Елизавета Сыртланова, Ғәмбәрә Мансурова, рәссамдар Ғәлиә Имашева һәм Мөхәммәт Арыҫланов, композиторҙар Х. Мансуровский һәм Рәүеф Мортазин, бейеүсе Заһиҙә Бәхтиәрова, артистар Мәхмүт Хәбибуллин, Ғата Арыҫланов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Суфия Батыршина, Б. Хөснөтдинов, М. Синәкәева, ҡурайсылар Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов һәм башҡалар ижади сынығыу юлы үтә.
1932 – 1933 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе һәм директоры булып Ҡадир Һаҙый улы Бакиров эшләй. Ул, башҡорт театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ, актерҙарҙың профессиональ оҫталығын үҫтереүҙә һәм театрҙың үҙ ижади йөҙөн барлыҡҡа килтереүҙә оло хеҙмәт күрһәткән шәхес.
1952 йылдың авгусынан 1958 йылға тиклем баш режиссер булып эшләү дәүерендә лә махсус теоретик әҙерлекле белгес театрға Мәскәү мәҙәниәте, сәнғәте һулышын алып килә. Бөйөк сәхнә оҫталары К.С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченконың эшләү методикаһына таянып, ул бөтә донъя әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәрен дә, туғандаш халыҡтарҙың һәм беҙҙең милли драматургияны ла, шәхси мөнәсәбәтен сағылдырып, юғары художество кимәлендә сәхнәләштерергә ынтыла. Ҡадир Бакиров сәхнәләштергән Мостай Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын», Нәҡи Иҫәнбәттең «Райхан», Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол», Ҡадир Даяндың «Дим буйында», Николай Гоголдең «Өйләнеү», А. Волковтың «Ксенья» («Шәмсинур») һәм башҡа әҫәрҙәре театр тормошона матур, сағыу яңылыҡ индерә.
1935 йылда йәш, әммә нығынған Баймаҡ театры Мәскәү ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй колхоз-совхоз театрҙары смотрында ҡатнаша һәм Афзал Таһировтың «Алатау» (режиссеры Ҡадир Бакиров) һәм Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» (режиссеры Ғиниәт Ушанов) драмаларын күрһәтеп, маҡтаулы икенсе урынды яулай. Коллектив йөк автомобиле менән бүләкләнә.
1937 йылдан башлап, театр хужалыҡ иҫәбенә күсерелеү сәбәпле, эшләү шарттары күпкә ауырлаша. Ошо йылдарҙа художество етәксеһе вазифаһын баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған талантлы артист Ғиниәт Ушанов башҡара. Ул үҙенең актерлыҡ юлын Түбә ҡасабаһында күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи етәкселегендәге халыҡ театрында (шахтерҙарҙың һәм крәҫтиән йәштәренең 20-се йылдарҙа ойошторолоп, 30-сы йылдарға тиклем ғәжәп киң танылыу яулап эшләгән үҙешмәкәр түңәрәге) башлай. Аҙаҡ, Башҡорт академия драма театрына күскәс, профессиональ актерҙар рәтенә баҫа һәм труппаның төп ижади көстәренең береһенә әүерелә.
Талантлы режиссер Ғиниәт Ушанов тарафынан Баймаҡ театрында Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы», Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» драмалары, «Маҡтымһылыу» трагедияһы, Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Зимагорҙар», Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» романы буйынса уңышлы сәхнәләштереүҙәр башҡарыла.
1938 йылда ижади коллективты театрҙың тәүге аҙымдарынан уҡ режиссер ассистенты булып эш башлаған һәләтле режиссер Сәхи Сәйетов етәкләй. Ул бер-бер артлы И.Насыриҙың «Ялҡау Бикмөхәмәт», Ғ. Иҙрисовтың «Өҙөлгән тамырҙар», Б.Бикбайҙың «Ҡарлуғас» һәм башҡа әҫәрҙәр сәхнәләштереп, театрҙың үҫеш юлында билдәле бер эҙ ҡалдыра.
Был йылдарҙа театр репертуарында билдәле драматург Сәғит Мифтаховтың әҫәрҙәре айырыуса ныҡлы урын ала. «Пандар илендә», «Зимагорҙар», «Һаҡмар», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Ялан ҡыҙы» драмалары халыҡтың яратып ҡараған спектаклдәренән һанала.
Шулай уҡ татар драматургы Тажи Ғиззәттең дә ижады театрҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Уның Мансур Лоҡманов ҡуйған «Бишбүләк», Сәхи Сәйетов ҡуйған «Сатҡылар», Ғәйфулла Сарбаев сәхнәләштергән «Ташҡындар» исемле әҫәрҙәре революцион рух менән һуғарылған тәрән психологик спектаклдәр рәтендә була.
Бер үк ваҡытта режиссерҙар урыҫ классикаһының күренекле әҫәрҙәрен сәхнәләштереүҙе лә дауам итә. Н.Гоголдең «Өйләнеү», А.Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», А.Чеховтың «Айыу», «Тәҡдим» исемле пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр тамашасылар тарафынан яратып ҡабул ителә.
…Ҡырҡ беренсе йылдың июнь айы
Уйылып ҡалды мәңге хәтерҙә.
Һуғыш ҡыйған ғүмерҙәрҙе уйлап,
Сикһеҙ әсенәбеҙ хәҙерҙә…
Бөйөк Ватан һуғышының шанлы шауҡымы театр коллективын да ситләп уҙмай, һуғыштың тәүге көндәренән үк коллективтың ир-егеттәре фронтҡа китә. Театрҙың ижади усағын һүндермәү бурысы ҡатын-ҡыҙ артисткаларҙың – Ғәшиә Абыҙгилдина, Биби Мәһәҙиева, Йәмилә Абитаева, Камал Ихсанова, Мәнфүсә Азаматова, Мәрхәбә Ғәбйәлиловаларҙың, ә ир-егеттәрҙән Сәхи Сәйетов һәм үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән яңы ғына килгән 14-15 йәшлек үҫмерҙәр: Фәйзрахман Рысҡужин, Марат Баһаутдинов, Хәмзә Ҡурсаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Бикйән Солтангилдин иңенә төшә. Улар театрҙың киләсәген һаҡлап ҡалыусы төп көстәр була. Театрҙың директоры вазифаһын Ғәшиә Абыҙгилдина, ә баш режиссерлыҡ эшен Сәхи Сәйетов алып бара. Был ауыр йылдарҙа кадрҙар етешмәүенә һәм матди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, халыҡты рухи ныҡлыҡҡа, еңеүгә дәртләндереүсе героик характерҙағы пьесалар сәхнәләштерелә. Һуғышҡа нәфрәт, көрәш рухы менән һуғарылған был концерттар, бәләкәй формалағы яңы спектаклдәр кешеләрҙең ҡараңғы, төҫһөҙ тормошон аҙ ғына булһа ла яҡтылыҡҡа сорнай, күңел күтәренкелеге, хеҙмәт дәрте өҫтәй.
Һуғыштың икенсе, өсөнсө йылдарында театр коллективы Рәшит Ниғмәтиҙең «Урман шаулай», Хәбибулла Ибраһимовтың «Ватан саҡыра» һәм «Башмағым», Ҡадир Даяндың «Таңсулпан», Риза Ишмораттың «Ҡайтыу», Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмалары кеүек, күләмле әҫәрҙәрҙе лә сәхнәгә сығарыуға өлгәшә.
Һуғыш йылдарында сәхнәлә ир-егет ролдәрен ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмер егеттәр башҡара. Был тәңгәлдә бигерәк тә Биби Мәһәҙиева менән 14 йәшлек Хәмзә Ҡурсаев ҙур оҫталыҡ күрһәтә. Уларҙы образға индереү ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, килеп тыуған ауыр хәлдән сығыу юлдарын табып, туған коллектив нигеҙен һаҡлап алып ҡалыу, уның эшен шундай юғары рухта дауам иттереү – үҙе үк ҙур батырлыҡ була.
Тышта буран олой, клуб эсен,
Тамашасы тыны йылытҡан.
Толоп, тиртун кейгән ҡатын – ҡыҙҙар
Һуғыш барғанын да онотҡан.
Кинәнәнләр улар «Башмағым»ды ҡарап,
«Таңсулпан»ды күреп йәлләйҙәр.
«Ҡаһым түрә»ләге егет ролен,
Биби уйнағанын һиҙмәйҙәр.
Сәхнә һыуыҡ. Аяҡ-ҡулдар туңған,
Ә йәшәүҙең уты һүнмәгән.
Һуғыш бара ерҙә йәшәү өсөн,
Өмөтөбөҙ әле үлмәгән.
…Ҡәһәрле һуғыш бер кемде лә аямай. Театр коллективына ла бер-бер артлы ҡара ҡағыҙҙар килә. әмир Абыҙгилдин, Сәйфулла Аҡсурин, Сынтимер Баҡыев, Мөхәммәт Ғилманов, Хәмит Дәүләтшин, әзбәр Ҡурсаев, Зөфәр Хәйриев, Зөфәр Зәйнуллин, Солтан Ибраһимов, Мөхәмәт Ишҡаболов, Мөхәммәт Йәғәфәров, Ғилметдин Кәбиров, Яхъя Лоҡманов, тыуған ил өсөн үлемесле алышта ҡаһармандарса көрәшеп, яу яланында ятып ҡала. Был ил батырҙарының исемдәре театр тарихы йылъяҙмаһына мәңгелеккә юйылмаҫлыҡ булып инеп ҡалған.
Бөйөк Еңеү менән туған коллективына ни бары ике ике генә кеше әйләнеп ҡайта: Мансур Лоҡманов һәм Ғәйфулла Сарбаев. Улар ҡайтыу менән театр эшмәкәрлеге бермә-бер йәнләнә төшә. Үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән һайлап алынған үҫмер егеттәр – Ишмулла Дилмөхәмәтов, Хәмзә Ҡурсаев, Бикйән Солтангилдин, Марат Бауатдинов, Кәли Ниғмәтовтарға төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар.
Ғәйфулла Сарбаев башҡорт атлы дивизияһында һуғыш юлы үтә. Ҡаһарман кавалерист полкташтары алдында үҙен ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һуғышсы итеп кенә түгел, дәртле бейеүсе, ҡурайсы, аккордеонист итеп таныта. Беҙҙең зенитчиктар бәреп төшөргән фашист самолетының еҙ көпшәһенән эшләп алған ҡурайы Ғәйфулла Сарбаевтың айырылмаҫ юлдашы, моңдашы, көс-ҡеүәт биреүсеһе була. әлеге көндә ул еҙ ҡурай Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана.
Ошондай күп яҡлы талант эйәһе, йәш, әммә утты-һыуҙы кискән яугир – артист Ғәйфулла Сарбаевтың театрға эшкә килеүе ижади коллектив өсөн оло бер хазина була. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Сибай театрына үҙенең бөтә ялҡынлы ижади ғүмерен арнай – тиҫтәләгән образ тыуҙыра һәм 30-ҙан ашыу әҫәр сәхнәләштерә. Мирсәй әмирҙең «Тормош йыры», Ибраһим Абдуллиндың «Бажалар», Ғабдулла әхмәтшиндың «Тальян гармун», бүрәт яҙыусыһы Цырен Шагжиндың «Хәйләкәр Буҙамша», Мостай Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын» һәм башҡа спектаклдәр сәхнәлә ҙур уңыш менән бара.
Илленсе йылдарҙа театрға үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән Ҡәйүм Хөсәйенов, Ғәли Кинйәбулатов, Мөхәммәт Шәрипов һәм сәнғәт училищеһын тамамлаусы Кифая Хәбибуллина, Тайфа Ишемғолова, Ғабдулла Ғиләжев, Хәлит Хәсәнов, һуңғараҡ Рәзинә Ҡаһарманова, Мөнирә әхмәтғәлиева, әнисә Дилмөхәмәтова, Ямал Мөхөтдинова, Әлтәф Мостафин кеүек талантлы йәштәр эшкә килә. Улар тәүге көндән үк коллективта үҙ урындарын таба.
1951 йылда Ҡыйғы колхоз – совхоз театры ябылыу сәбәпле, Баймаҡ театрына эшкә килгән Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова, Ямал һәм Мырҙашәриф Миңлишевтар ҙа төп ижади көстәр рәтендә була.
1954 йылдың ноябрь айынан Баймаҡ колхоз – совхоз театры Баймаҡ башҡорт дәүләт драма театры тип исемләнә. ә 1957 йылдың октябрендә Сибай ҡалаһының сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт үҙәге икәнен иҫәпкә алып, театр таусылар ҡалаһы – Сибайға күсерелә.
Труппа 50-60-сы йылдарҙа, халыҡтар дуҫлығы темаһын үҫтереп, башҡорт телендә рус, татар, эстон, белорус, үзбәк, төрөкмән, ҡытай, бүрәт, монгол һ.б. халыҡтар драматургтарының пьесаларын сәхнәләштерә. Н.Гоголдең «Өйләнеү», А.Островскийҙың «Ете юл сатлығында», А.Макаеноктың «Трибунал», Эгон Ранеттың «Юлдан яҙған бала», В.Эльтондың «Хужа Насретдин», Цао Юйҙың «Тайфун», Хәй Вәхиттең «Беренсе мөхәббәт», Цырен Шагжиндың «Хәйләкәр Буҙамша», Ғ.Ғаджибәковтың «Аршин мал алан» әҫәрҙәре башҡорт театры сәхнәһендә башҡа милләт халҡы мәҙәниәтенең матур сағылышы булды.
Театрҙың үҙенең махсус бинаһы булмауға һәм күсмә шарттарҙа эшләүгә ҡарамаҫтан, яңынан-яңы спектаклдәр донъя күрә. Сәхнә эштәре менән коллектив Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә киң танылыу таба. Был йәһәттән режиссерҙар Ҡадир Бакиров, Ғәйфулла Сарбаевтар ҙур тырышлыҡ һала. Бигерәк тә башҡорт халҡының тарихи үткәненә арналған милли рухтағы «Ҡарағол» драмаһының сәхнәләштерелеүе (режиссеры Ҡадир Бакиров) Башҡортостандың театр сәнғәте тарихында оло ваҡиға була.
1961 йылдың көҙөндә Башҡортостан Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Сибай башҡорт дәүләт драма театры Башҡортостандың Сиҙәм ерҙәр театры тип үҙгәртелә. Сиҙәм ерҙәр театры үҙенең утыҙ йыллығын билдәләп, күп кенә яңы спектаклдәр сәхнәләштерә. Шуларҙың береһе әсғәт Мирзаһитовтың бөйөк революцион көрәш героикаһына арналған «Утлы өйөрмә» драмаһы. Был әҫәр театрҙың үҫеш кимәлен билдәләүсе мөһим бер ваҡиға була. Уны Мәскәүҙән талантлы сәхнә оҫтаһы Андрей Александрович Муат килеп ҡуя.
«Утлы өйөрмә» спектаклендә театрҙың маһир сәхнә оҫталары Хәмзә Ҡурсаев, Кифая Хәбибуллина, Биби Мәһәҙиева, Ғәшиә Абыҙгилдина, Ғәҙел Ғәлләмов, Хәмит әхмәтов, Ҡәйүм Хөсәйенов, Закир Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова һәм башҡалар ҡатнашып, сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ образдар ижад итә.
1963 йылда Сибай театрының баш режиссеры вазифаһына йәш, ГИТИС – ты тамамлаусы Рафаэль Мөхәммәт улы әйүпов тәғәйенләнә. Уның тәүге сәхнә эштәре Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә», Сыңғыҙ Айтматовтың «Юғалған мөхәббәт» исемле драмалары нигеҙендә кеше һәм халыҡ яҙмышы киң планда кәүҙәләндерелгән, тәрән психологик кисерештәр менән һуғарылған. Юғары мәҙәни һәм әхләҡи йүнәлештәге Сыңғыҙ Айтматовтың «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем», Нәжиб Асанбаевтың «Кеше бәхете», Ж.Мольерҙың «Тартюф», әсғәт Мирзаһитовтың «Һалдат улы», әнғәм Атнабаевтың «Шоңҡар» спектаклдәре театр эшмәкәрлегендә яңы ижади үҫеш баҫҡысы була.
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рафаэль Әйүпов, Сибай драма театрында тиҫтәләгән спектаклдәр сәхнәләштереп, тамашасының ихтирамын яулай, актерҙарҙың профессиональ оҫталыҡтарын үҫтереүгә күп көс һала, ғөмүмән уның эшмәкәрлеге театрҙың ижади тормошона сағыу бер бит өҫтәй.
1968 йылдың май айынан театр яңынан Сибай башҡорт драма театры тип исемләнә. Театрҙың директор вазифаһын Вәлихан Фәтҡуллин башҡара, баш режиссер итеп тәжрибәле, утты – һыуҙы кискән артист һәм яугир Фәтхелислам Ғәләүетдинов тәғәйенләнә. Талантлы режиссер Сибай сәхнәһендә «Диләфрүзгә дүрт кейәү», «Әсәләр көтәләр улдарын», «Утлы өйөрмә», «Мәкер һәм мөхәббәт», «Ҡара йөҙҙәр», «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар», «Байрамбикә», «Салауат» һәм башҡа бик күп әҫәрҙәр сәхнәләштереп, артистарҙың ижади оҫталыҡтарын камиллаштырыуға ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Артистарҙың сәхнә сәнғәтендә күрһәткән хеҙмәттәренә лайыҡлы баһа алыуҙар ошо осорҙан башлана ла инде. Тәүгеләрҙән «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән юғары исемгә ветерандар Биби Мәһәҙиева, Йәмилә Абитаева, Ғәшүрә Ирназарова, Закирйән Ханов, Хәмзә Ҡурсаев, Ҡәйүм Хөсәйенов, Шәмсинур Сиражетдинова, Кифая Хәбибуллина, Мөнирә әхмәтғәлиева лайыҡ була. Закирйән Ханов менән Хәмзә Ҡурсаевҡа артабанғы хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостандың халыҡ артисы», баянсы, һәүәҫкәр композитор Марс Хәсәнов, реквизит цехы мөдире Миңлеямал Ғүмәрова, парик – гримерҙар цехы мөдире Файза Шәфиева (Хөсәйенова), театр директоры Вәлихан Фәтҡуллиндарға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән юғары исемдәр бирелә.
Милли драматургиябыҙҙың «сәскә атҡан» осоро Сибай театры сәхнәһенә лә йәм өҫтөнә йәм өҫтәй. Әнғәм Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр», «Балаҡайҙарым», Ибраһим Абдуллиндың «Их, Өфө ҡыҙҙары!», «Йыр булып ҡайтырмын», Ғабдулла әхмәтшиндың «Урау – урау юлдарҙан», «Тальян гармун», Нәжиб Асанбаевтың «Һыу юлы», «Зәйтүнгөл», Мөхәмәт Хәйҙәровтың «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар», Рәғиҙә Янбулатованың «Байрамбикә», Мостай Кәримдең «Салауат», Ғабдулла Байбуриндың «Аҡ ҡоҙғон» һәм башҡа халыҡсан әҫәрҙәр тамашасы күңеленә үтеп инә.
Тәжрибәле режиссер Фәтхелсилам Ғәләүетдиновтың тырышлығы менән яңы драматургтарҙың исемдәре күренә башлай. Фәрит Богдановтың «Мөхәббәт һәм енәйәт», «Иртәнге томан», Гәрәй Исхаҡовтың «Бөркөт ҡанаты», «Аҫылташ», Наил Ғәйетбаевтың «Ҡойма ямғырҙа» исемле тәүге сәхнә әҫәрҙәренең Сибай театры сәхнәһендәге уңыштары авторҙарға ижади дәрт, илһам бирә.
1975 йылдың февралендә театрҙың директоры вазифаһына оҙаҡ йылдар коллективтың партия ойошмаһын етәкләгән тәжрибәле актриса Рәзинә Дәүләт ҡыҙы Ҡаһарманова тәғәйенләнә. Сибай театры абруйының йылдам үҫеүе тап ошо йылдарға тура килә. Коллектив халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса ла, юғары талаптарға яуап бирерҙәй пьесалар сәхнәләштереү йәһәтенән дә республика театрҙары араһында алдынғылар рәтенә сыға. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, Башҡортостандың барлыҡ райондары һәм ҡалаларында, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларында, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә үткән гастролдәр Сибай театрының абруйын бермә – бер күтәрә. Йәй көндәрендә труппаның, ике-өс төркөмгә бүленеп, төрлө тарафтарҙа тамашасылар алдында һынау тотоуҙары һәр яҡтан ыңғай йоғонто яһай.
60-80- се йылдарҙа ижади коллективтың төп көстәре Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова,Ҡәйүм Хөсәйенов, Рәмзилә әҙелшина, Хәмзә Ҡурсаев, Кифая Хәбибуллина, Мәрйәм Ямалетдинова, Рәзинә Ҡаһарманова, Мөнирә әхмәтғәлиевалар була. 1964 йылда театрға Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған йәш актерҙар – Рәмилә Хоҙайғолова, Рива Ғирфанова, Заһир Вәлитов, Марат Исхаҡов, Римма Фәрүәзова, Альберт Нәбиуллиндар килә. Һуңғараҡ коллектив шул уҡ сәнғәт училищеһын тамамлаусы Фариза Хәсәнова, Мулланур Ниғмәтуллин, Марат Йәмилев, Мөбәрәк Сәлимов, Фәнәүи Минажев, Риғза әмиров, Рәмилә Сәлимгәрәева, Кинйәбикә Исламғолова, Хәниф Сафин кеүек талантлы йәш көстәр һәм Салауат театрынан Вәкилә Ҡалмантаева, Альберт Мостафин, Рәмзилә әҙелшина, Стәрлетамаҡ мәҙәни – ағартыу училищеһынан Рәсүл Баһаутдинов, ҡаланың халыҡ театрынан Әнүәр Ғәтиәтуллин һәм башҡалар менән тулылана. Ә 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған тәүге сығарылыш студенттары Зифа Баязитова, Вәкил Йосопов, Риф Сәйфуллин, Хисмәтулла Дәүләтовтарҙың эшкә килеүе театрҙың, ғөмүмән ҡаланың сәнғәт үҫешен тағы бер баҫҡысҡа күтәреүсе оло ваҡиға була.Артабан йылдан-йыл театрға Сәлихйән Әфләтунов, Әсҡәт Йәнбәков, Рәмзиә Ҡудашева, Рәдиф Яныбаев кеүек махсус белемле, һәләтле йәш көстәр өҫтәлә.
Үҙенсәлекле режиссерҙар – Фәтхелислам Ғәләүетдинов (Т.Миңнуллин «Диләфрүзгә дүрт кейәү», Ә Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын», «Утлы өйөрмә», Ф.Шиллер «Мәкер һәм мөхәббәт», М Ғафури «Ҡара йөҙҙәр» һ.б.), Рафаэль Әйүпов (А.Дударев «Һуңғы аҙым», И.Йомағолов «Семәрле тәхет», Р.Хәмид «Китәм инде», Н.Ғәйетбаев «Дүрт кешелек табын», «Абау! Кем ята унда?» Р.Сафин «Ғәзизәкәй балдыҙ» һ.б.), Ким Надыршин (Н.Асанбаев «Зәйтүнгөл», Ғ.Әхмәтшин «Туй күлдәге», Г.Исхаҡов «Аҫылташ», А.Вампилов «Старший сын» һ.б.), төрлө тематикалы һәм төрлө жанрлы сәхнә әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, һәр береһе театр тарихында, артистар һәм тамашасылар күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Сибай театрында төрлө йылдарҙа эшләгән режиссерҙар Ким Надыршин, Алик Сафиуллин, Байрас Ибраһимов, Гөлдәр Ильясова, башҡа сәнғәт оҫталары уның үҫеш тарихына яҡты бит өҫтәне.
1987 йылда театрҙың директоры вазифаһына Сибай халыҡ театрында оҙаҡ йылдар режиссер булып эшләүсе Дамир Мәжит улы Ғәлимов, ә баш режиссер вазифаһына Лек Вәли улы Вәлиев тәғәйенләнә.
РСФСР – ҙың һәм БАССР – ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лек Вәлиев Сибай сәхнәһендә ҡыҫҡа ғына эшләү дәүерендә Башҡортостан театр сәнғәте һәм мәҙәниәте тарихында ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булған әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерә. Күренекле башҡорт ғалимы, халыҡ сәсәне, драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» һәм башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Ҡыҙыл йондоҙ» драмаларын – партия идеологияһы тарафынан тыйылған әҫәрҙәрҙе – 50 йылдан һуң тәүләп, ҡайтанан сәхнәгә сығара. Шулай уҡ Мөкәрәмә Садиҡованың «Бергенәм – гөлгөнәм», Н.Рыбаковтың «Балам – бауыр ярам» пьесаларын ҙур оҫталыҡ менән ҡуя.
1991 йылдың сентябрендә, театрҙың ҙө йыллыҡ юбилей тантанаһында, Башҡортостан Министрҙар Советы ҡарары менән Сибай башҡорт дәүләт драма театрына уның тәүге художество етәксеһе, СССР – ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков исеме бирелә. Яңғырауыҡлы исем алғас, Сибай башҡорт дәүләт драма театры ошо бөйөк сәхнә ҡаһарманының исеменә лайыҡлы булып ҡалыуҙы, Арыҫлан Мөбәрәковтың дан-шөһрәтенә тап төшөрмәй, республикабыҙ театрҙары араһында үҙ йөҙөн юғалтмай, яңы күтәрелештәргә ынтылып эшләүҙе үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуя.
Иң элек театрҙың абруйын төшөрмәү йәһәтенән әһәмиәте буйынса көн ҡаҙағына һуҡҡан репертуар һайлап алыу, ижади төркөмдөң үҫешенә булышлыҡ итерҙәй әҫәрҙәр табыу мөһим. Ниндәй генә ҡатмарлы осорҙа ла тотороҡло ижад итеү, үҙ тамашасыңды юғалтмау – театрҙың иң төп бурыстарының береһелер, моғайын. Шуныһы ҡыуаныслы – был йәһәттән коллектив ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә килә, оло быуын тамашасылары менән бер рәттән йәштәрҙең дә рухи ихтыяждарын, зауыҡтарын ҡәнәғәтләндерерлек сәхнә әҫәрҙәре тәҡдим итә.
Утыҙ йылдан ашыу абруйлы театрҙы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, талантлы режиссер Дамир Мәжит улы Ғәлимов етәкләне. Әле лә ул ҡуйыусы режиссер булараҡ, тамашасыларҙы яңы спектаклдәр менән ҡыуандырып тора. Дамир Ғәлимов сәхнәләштереүендә театрҙың алтын фондына ингән Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?» трагикомедияһы, «Ҡыҙҙар ни өсөн илай?» мелодрамаһы, «Эх,буйҙаҡтар, буйҙаҡтар…» комедияһы, Наил Ғәйетбаевтың «Төн» («әл дә төнөн йондоҙ бар»), Тамара Ғәниеваның «Тамарис» трагедиялары, Таңсулпан Ғарипованың «Тәңкәле ҡыҙ», «Китмәгеҙ, торналар» драмалары, Лира Яҡшыбаеваның «Әүлиә» мәҙһиәһе һәм башҡа бик күп спектаклдәр театр тәнҡитселәренең, тамашасыларҙың юғары баһаһын алды. ә Зәйнәб Биишеваның «Тылсымлы ҡурай» драматик легендаһының тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуы башҡорт драматургияһында, милли театр сәхнәһендә һәм Сибай башҡорт дәүләт драма театры тарихында иҫтәлекле ваҡиға булды. Профессиональ театрҙар араһында үткәрелгән, «Ҡолонсаҡ» исемле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спектаклдәрҙең 1-се Республика фестивалендә «Тылсымлы ҡурай» Гран-при яуланы.
Дамир Мәжит улы сәхнәләштергән «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһының (З. Исмәғилев, Б.Бикбай) Башҡортостандың опера һәм балет театрында мәшһүр йырсылар тарафынан башҡарылып, бөгөн инде драма театры репертуарына инеүе һәм сәхнәләштерелеүе үҙенсәлекле күренеш. Актерҙарҙың ижад мөмкинлектәрен киң планда асыуға булышлыҡ иткән, театрҙың йөҙөк ҡашы булған был спектакль Мәскәү ҡалаһында уҙған Башҡортостан көндәрендә данлыҡлы Е. Вахтангов исемендәге театрҙа баш ҡала тамашасыларының да ҡайнар алҡыштарына лайыҡ булды.
Талантлы режиссер ҡуйған һәр сәхнә әҫәре артистарҙың да ижади биографияһында юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Мәҫәлән, 1993 йылда «Төн» трагедияһында Һәҙиә Дәүләтшина образын кәүҙәләндергән Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Хоҙайғолова, 1995 йылда «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Шәмсиә ролен уйнаған Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Сәлимгәрәева, ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы тип баһаланып, Бәҙәр Йосопова исемендәге премияға лайыҡ булдылар. Шул уҡ «Ҡоҙаса»нан Ильяс образын башҡарған йәш актер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаев фестивалдең «Өмөт» призын яуланы.
Һәләтле режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәлихйән Ғиниәт улы әфләтуновтың режиссерлыҡ эше 1993 йылда Наил Ғәйетбаевтың «Тойғолар ниңә һүнә?» драмаһын сәхнәләштереүҙән башлана. Ул үҙ иңендә, хәҙерге заман әҫәрҙәренән башҡа, Н. Гоголдең «Өйләнеү», А. Островскийҙың «Банкрот» («Берәү бөлә – берәү көлә») кеүек классик әҫәрҙәрҙе лә күтәрә алыусы сәхнә белгесе. Сәлихйән Ғиниәт улының сәхнәләштергән һәр әҫәр үҙенең тормошсан, донъяуи булыуы, етди, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп сығыуы менән театр тәнҡитселәре тарафынан да, тамашасылар тарафынан да оло ихтирам яуланы. Ул сәхнәләштергән «Өйләнеү» спектакле 1994 йылда үткән «Театр яҙы» республика фестивалендә ҙур уңышҡа өлгәште: режиссер үҙе, талантлы артистар Мулланур Ниғмәтуллин, Риф Сәйфуллин, әсҡәт Йәнбәков, Рәмилә Сәлимгәрәева һәм Юнир Ғәйнуллиндар лауреат булды. 2000 йылда иһә Таңсулпан Ғарипованың «Бәхеткә ҡасҡандар» спектаклендә төп ролде башҡарыусылар, БР-ның халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова менән Риф Сәйфуллин «Иң яҡшы дуэт» номинацияһында еңеү яуланылар. Әлеге мәлдә Сәлихйән Ғиниәт улы саҡырылып эшләүсе режиссерҙарҙың береһе. Юбилей миҙгелендә Н.Ғәйетбаевтың “Муса Мортазин” әҫәрен сәхнәләштерә.
2000 йылда театр коллективы төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ – ара фестивалендә Тамара Ғәниеваның «Тамарис» спектакле менән ҡатнашып, «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһында еңеүсе тип табылды.
2004 йылда театр коллективы яңыртылған, заманса талаптар буйынса төҙөлгән һәм биҙәлгән өр-яңы бинаға күсте. Сибай ҡалаһының иң матур урындарының береһе булған театрҙа тағы ла илһамланып, дәртләнеп эшләргә, ҡолас ташлап ижад итергә ҙур мөмкинлектәр асылды.
2005 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән «Театр яҙы – 2005» фестивалендә театр коллективы шанлы һуғыш йылдарын сағылдырған «әсә хөкөмө» (әнғәм Атнабаев) спектакле менән уңышлы сығыш яһаны. Төп ролде башҡарыусы актрисабыҙ, маһир сәхнә оҫтаһы, БР-ның халыҡ артисткаһы Рәмилә Хоҙайғолова «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе тип табылды.
2007 йылда театрҙың ижади составына М.С.Щепкин исемендәге юғары театраль училищеһын тамамлаусы йәш көстәр өҫтәлде: Г. Мырҙагилдина, Р.Мифтахетдинов, Денис Нурғәлин һәм Ләйсән Рөстәнова.
2008 йылда күңел нурын, йөрәк йылыһын һәм онотолмаҫ театрыбыҙға исемен ҡалдырып киткән шәхес СССР- ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған таҡтаташ асылды һәм юбилярҙың пьесаһы буйынса “Бисәкәй ” спектакле сәхнәләштерелде.
2009 йыл театр коллективы 2 фестивалдә ҡатнашып өлгөрҙө, «Театр яҙы-2009» фестивалендә В.Жеребцовтың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «Тау артында тал илай» спектакле һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Театраль фестивалендә “Ай тотолған төндә” драмаһы менән сығыш яһаны.
2010 йылдың 21 октябрендә театр коллективы тағы ла оҙон юлға сыға, Татарстандың драматургы Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған фестивалендә “Яратыу гонаһмы” спектакле менән сығыш яһаны. Шул уҡ йылда 3 декабрҙә театр коллективы Республика йылына арналған башҡорт драматургияһы фестивалендә йәш драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Юғалтыу” спектакле менән ҡатнаша.
Бөгөнгө көндә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры – башҡорт халҡының мәҙәниәтен сағылдырыу, һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән Башҡортостандың иң алдынғы, иң мәртәбәле театрҙарынан һанала. Театрҙың репертуары ифрат бай. Йыл һайын ул яңы сәхнә әҫәрҙәре менән тулылана, байый бара. Ижади коллектив үҙ сәхнәһендә милли әҙәрҙәрҙе лә, туғандаш халыҡтар драматургияһын да, донъя һәм рус классикаһы өлгөләрен дә ҡыйыу рәүештә сәхнәләштерә. Һуңғы йылдарҙа театр сәхнәһендә шаулап – гөрләп Т.Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар», «Тәңкәбикә», «Бәхеткә ҡасҡандар», Ф.Бүләковтың «Бәлеш», «Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар…», Г.Эхмәтҡужинаның «Нисек түҙә был йөрәк», В.Жеребцовтың «һинһеҙ йәшәү юҡ миңә», Н.Ғәйетбаевтың “Хазина”, “Урал Бөркөтө”, А.Мөбәрәковтың «Бисәкәй», Аманулланың «Һин ҡалдырған моң», Т.Миңнуллиндың «Яратыу гонаһмы», И.Дилмөхәмәтовтың «Тере тупраҡ», С.Әбүзәрҙең “Ғүмерлек ғазап”, Ф.Буләковтың “Шайморатов-генерал”, Лира Яҡшыбаеваның «Әүлиә» һәм башҡа яңы әҫәрҙәр шаулап – гөрләп бара.
Бына инде бишенсе йыл театр «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡала театрҙары» һәм «Бәләкәй тыуған иле мәҙәниәте» проекттарында ҡатнаша.
Шул сәбәпле, модернизацияланған ҡорамалдар, аппаратура, костюмдар һәм реквизиттар һатып алыуға етди финанс ярҙам алды, 6 спектакль ҡуйылды:
2017 йыл – М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” музыкаль комедияһы (режиссер А.Йыһаншин),
2018 йыл – И.Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” халыҡ драмаһы (ҡуйыусы режиссер А.Нәҙерғолов),
2019 йыл – А.Әхмәтовтың “Үгәй ҡыҙ” әкиәте (ҡуйыусы-режиссер Д.Ғәлимов),
Т.Ғиззәттең “Башмағым” музыкаль комедияһы (ҡуйыусы режиссер А.Нәҙерғолов).
2020 йыл – Ф.Бүләковтың “Шайморатов-генерал” драма-реквиемы (ҡуйыусы режиссер И.Муллабаев),
Я.Пулиновичтың “Һағыштарым тулы ғазаптарым” мелодрамаһы (ҡуйыусы режиссер О.Ханов).
2021 йыл – Т.Ғиниәтүллин әҫәрҙәре буйынса “Тау артында ниҙәр бар?” кеше һәм заман тураһында хикәйәт (ҡуйыусы режиссер А.Нәҙерғолов, Н.Ғәйетбай инсц.)
Сибай театрын, хаҡлы рәүештә башлап яҙыусы драматургтарҙың ижад бишеге тип атарға була. Сөнки, нәҡ уның сәхнәһендә күренекле драматургтар Наил Ғәйетбаев, Таңсулпан Ғарипова, Тамара Ғәниева, Флорид Бүләков, Гөлфиә Юнысова, Баныу Ҡаһарманова, Буранбай Исҡужиндарҙың беренсе сәхнә әҫәрҙәре донъя күрҙе.
Сибай театрында бик күп сәхнә йондоҙҙары оло ижадҡа тәүге аҙымдарын яһаны, ҡанат нығытты. Улар араһында республикабыҙҙың киң билдәле, талантлы артистары.
Бөгөн театрҙа маһир сәхнә оҫталары, сәнғәт донъяһына йәне-тәне менән бирелгән оло талант эйәләре: Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Нурзиә Әбдрәшитова; Башҡортостандың атҡаҙанған артистары – Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Йосопова, Әлфирә Ғәлләмова, Айгөл Хакимова, Альберт Салауатов, Венер Сөнәғәтов, Урал Зәйнуллин; театрыбыҙҙың ветераны Марсель Хоҙайғолов; артистар Резеда Сафиуллина, Вадим Ғилманов, Рима Ғәйнуллина, Айгөл Зәйнуллина, Салауат Вәлиев, Морат Амантаев, Зәлиә Хафизова, Гөлфиә Мәҡсүтова, Нәфис Сәйетов, Айбулат Ғүмәров, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Залина Усманова ижад итә. Йәш артистар Ләйсән Ишмөхәмәтова, Эльмира Рахманғолова бәпес үҫтерә.
Күк Ирәндек буйын, Урал аръяғы райондарын театрһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Сөнки үҙенең тәүге һулышынан алып был ижад усағы, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла, йәйге эҫе селләлә лә, ат, үгеҙ егеп булһынмы, йә иһә, хәҙерге көндәге кеүек машиналарҙа елһенме-ерле халыҡҡа хеҙмәт итә, бергә йәшәй, ғөмүмән тамыры менән ошо мөхиткә береккән.
Сибай театры традицияларға тоғро театр. Унда башҡорт халҡының мәҙәниәте, моңло, таҙа теле саф килеш һаҡланыуын дауам итә. Оло йәштәге ветеран-актерҙар ҙа үҙҙәрендә туплаған бай рухи мираҫты киләсәк быуынға тапшыра килә, шул рәүешле быуындар күсәгилешлеге лә һаҡлана. Улар – театрҙың ғорурлығы, тере тарихы. Киләсәктә лә Сибай театры үҙенең халыҡсанлығын юғалтмай, яңынан-яңы үрҙәр, бейеклектәр яулауын дауам итһен!
…Утыҙынсы йылдарҙа туғыҙ кешелек бәләкәй генә труппа булып юлға сыҡҡан күсмә театр һаман да – юлда. Хәҙер инде ул ҙур, берҙәм, һоҡланғыс ижади коллектив, Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы, Урал аръяғының йөҙөк ҡашы, рухи мәккәһе булып, башҡорт сәнғәте күгендә яҡты йондоҙҙай балҡый.
МӘҢГЕЛЕККӘ ТЕАТР ТАРИХЫНДА ҠАЛДЫЛАР:
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы МАРС ИТБАЕВ
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы АРСЕН ШӘЙХИСЛАМОВ