Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Арыҫлан Мөбәрәков тыуына 115 йыл

Kg-h1uN6sRA

Һәр һүҙҙең мәғәнәһе, һәр есемдең исеме бар. Был ғәҙәти хәл. Шулай булған, буласаҡ. Исем есемгә бәҫ өҫтәй, матурлай, йәшәйешенә мәғәнә бирә. Ә һеҙ иғтибар иткәнегеҙ бармы, ҡайһы бер театрҙар ҙа кемдеңдер исемен йөрөтә. Мәжит Ғафури исемен йөрөткән академия театрыбыҙ бар, Йәштәр театры Мостай Кәрим исемен йөрөтә. 2022 йылдың октябрендә, бер йыл элек кенә Стәрлетамаҡ драма театрына Илшат Йомағолов исеме бирелде. Сибай дәүләт башҡорт драма театры Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөтә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән был исем уға 1991 йылдың 20 сентябрендә бирелә. СССР халыҡ артисы исемен йөрөтөү мөбәрәковсылар өсөн ҙур ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та. Театрыбыҙҙың тарихын белмәүселәр ни өсөн сибайҙарға шундай арҙаҡлы шәхестең исеме бирелеүен,бәлки, белеп тә бөтмәйҙер. Сәбәбе ябай – 1931 йылдың июнендә барлыҡҡа килгән театрҙың беренсе баш режиссеры һәм художество етәксеһе киләсәктә халыҡ артисына әүерелгән Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы Мөбәрәков була! Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған театр 1932 йылда Баймаҡ ҡалаһына күсерелә һәм колхоз-совхоз драма театры булып йөрөй. 1957 йылда театр Сибай ҡалаһына күсеп килә һәм “Башҡортостан сиҙәм театры” тип атала башлай. Ҡаланың тыуған көнө тип 1955 йылдың 21 ноябре һаналғас, театр үҙе йәшәгән Сибай ҡалаһынан олораҡ булып сыға. Ҡыҙыҡ, әммә был факт! Тик 1968 йылдан башлап ҡына театр Сибай дәүләт башҡорт драма театры тип атала башлай. Аҙаҡ уға, башта яҙылғанса, Арыҫлан Мөбәрәков исеме бирелә. Әйткәндәй, уның тыуыуына быйыл 15 декабрҙә 115 йыл була.
Радик ӨМӨТҠУЖИН- театрҙың әҙәби бүлек етәксеһе.

Поделиться: