Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

БИРӘМ ТИГӘН ҠОЛОНА

hBRCmh1Hacw

Башҡорттоң, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигән әйтеме бар. Теләйһеңме һин, юҡмы, бәлки, ҡарышаһыңдыр ҙә әле, яҙмыш һине шап иттереп, барыбер үҙ юлыңа төшөрә. Әммә Аллаһ ҡолдарының һәммәһенә татымай бындай бәхет. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Сафиуллинаның тормошон күҙаллағанда ошо әйтем иҫкә төштө. Мәктәптә йылдарында уҡ ул оҫта бейеүсе булып таныла, гармунда өҙҙөрөп уйнай, күҙ зауығын алырҙай һүрәттәр төшөрә. Бирһә, бирә бит тәбиғәт төрлө һәләттәрҙе ҡай берәүгә! Бейеүсе һөнәрен үҙләштерергә хыялланып йөрөгән ҡыҙ Магнитогорск пединститутының художество-графика бүлегенә уҡырға инергә уйлай башлай. Юҡ, тороп тор! Яҙмыш уны Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының мәҙәни сараларҙы ойоштороусы бүлегенә уҡытырға индерә. Һөнәр алып, тыуған Әбйәлил районында мәҙәниәт өлкәһендә эшләп йөрөгәнендә күренекле театр эшмәкәре, билдәле педагог Ғабдрахман Ғиләжев Сибайға килеп, Өфө сәнғәт институтының режиссерлыҡ бүлегенә буласаҡ студенттар туплауын ишетеп, ул таусылар ҡалаһына килә һәм имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Юҡ, ситтән тороп уҡыу булмағас, бармайым Өфөгә, әртискә йәшем дә үтеп бара, тип ҡырталаша был. Юҡ, тороп тор! Яҙмыш уны талантлы режиссер Рифҡәт Исрафилов төркөмөндә уҡытып, ҡулына юғары белем тураһында диплом тоттора. Һәм 1995 йылдан бирле ул Мөбәрәков театрының сағыу актрисаларының береһе. Әле талантлы актриса үҙенең ярты быуат ярымлыҡ юбилейын билдәләй.

13 апрелдә буласаҡ “Һинән – фатир, минән – ир” спектакле юбиляр хөрмәтенә ҡуйыла. Был лирик комедияла Резеда Риф ҡыҙы төп ролдәрҙең береһен башҡара.

Тамашаға рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
Билеттер һылтанма буйынса: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/17677894/
Белешмә өсөн телефон:+79373504582, +7(34775)22500

 

 

Поделиться: