Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Өфөлә театр декадаһы үтәсәк

культура малой родины

Өфө тамашасылары 2024 йылдың 25 мартынан 31 мартына тиклем уҙған миҙгелдең сағыу спектаклдәрен һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Балаларға театрҙар»проекттары сиктәрендә ҡуйылған премьераларҙы ҡараясаҡ.

Театр декадаһы сиктәрендә баш ҡала майҙансыҡтарында республиканың һигеҙ коллективының (Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Арыҫлан Мөбәрәков исмендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Туймазы дәүләт татар драма театры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дәүләт рус драма театры һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры) туғыҙ спектакле күрһәтеләсәк.

25 март көнө киске сәғәт етелә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Анна Батурина пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Фронтовичка” спектаклен күрһәтәсәк. Ҡуйыусы режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев. 12+

“Фронтовичка” пьесаһының төп геройы – Мария Небылица. 24 йәшлек ҡыҙ һуғыштан һуң хәрби госпиталдән тура Уралға юллана, сөнки бында уның һөйгәне Матвей Кравчуктың әсәһе йәшәй. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡа уның барыр урыны ла юҡ. Тыныс тормошта ҡыҙ нисек йәшәр, ни менән шөғөлләнер, бәлки, командиры кәңәш иткән заводҡа эшкә барыр?Әлегә ул киләсәк тормошоноң яҡты буласағына ышана, өмөт итә, сөнки иң ауыры артта ҡалды. Уны нисек ҡаршы алырҙар, яңы ерҙә үҙенә урын табырмы ул? Баҡтиһәң, тыныс тормошта ла көрәшергә, иң тәүҙә үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк икән дә баһа…

 

Поделиться: