Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

«Тапшырылмаған хаттар» сәфәрҙән ҡайтты

Af-hhQyvIKM

«Тапшырылмаған хаттар» спектакле 10 көн дауамында Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарының ауылдары буйлап гастролдә булды. Ошо сәфәр барышында һәр ауылда “яратҡан Сибай театры килә” тип ҡаршы алдылар.
Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айгөл Хәкимова һәм Салауат Вәлиев, Римма Ғәйнуллиналар сығышын тормоштоң төрлө сағын, төрлө миҙгелен ышандырып, бергә йәшәтеп, уйландырып уйнанығыҙ тинеләр тамашасылар.
Спектакль ҡараусылар театрыбыҙҙа эшләгән, исемдәре халыҡҡа киң билдәле, яратҡан артистарыбыҙ Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова, мәрхүм Марсель Хоҙайғолов, Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитоваларга лайыҡлы алмаш булып талантлы, матур йәштәр эшләүен билдәләп үтеп, театрҙың киләсәге бар һәм буласаҡ тип ҡыуанып ҡалдылар.
Алҡыштар, спектаклдән һуң янғыраған матур һүҙҙәр куңелдәргә йылы биреп, артистар был гастролдәрҙән һуң үҙҙәренә илһам, көс алып дәртләнеп ҡайтты, рәхмәттәрен белдерәләр.
Артабан осрашҡандарға тиклем, ҡәҙерле дуҫтар!

Поделиться: