Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Как избежать зла” спектакленең премьераһы булды

J6r-urtSrDg

Һәр мәктәптең, һәр кластың, һәр уҡыусының үҙ тауышы, донъяға ҡарашы бар – хәс тә кешеләрҙең бармаҡ эҙҙәре бер-береһенә оҡшамаған һымаҡ. Был – тормош. Шунһыҙ мөмкин түгел, шулай булмаһа, инкубатор себештәре кеүек, беребеҙ икенсебеҙҙән айырылмай, бер төҫтәге, оҡшаш еҫле һоро массаға әйләнер инек. Театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин ҡуйған “Как избежать зла” спектакленең премьераһын ҡараған ваҡытта ниңәлер әле өҫтә яҙып үткән йәбешкәк фекер борсоп тик торҙо. Ә бит, тәү ҡарамаҡҡа, пьеса бөгөнгө йәштәр араһында киң тарала барған буллинг тураһында һымаҡ, индивидуаллек тураһында һүҙ ҙә юҡ. Төпһөҙ интернет селтәрҙәрендә соҡонмағандарға аңлатып үтәйек: буллинг – бер кешенең башҡалар тарафынан эҙәрлекләнеүе. Ул төрлөсә сағыла: әҫәпһеҙ шаяртыуҙар, мыҫҡыллауҙарҙан туҡмауға тиклем барып етеүе ихтимал. Төп маҡсаты – кәмһетелеүсене ҡурҡытыу, буйһондороу. Бының өсөн физик йәберләү кәрәкмәй, психологик көс ҡулланыу етә. Был күренеште (буллингты) элиталы мәктәп уҡыусыларын һынландырыусы йәш актерҙар бик матур уйнаны. Ысын! Сәхнәгә менеп, ололарса, күптәренең ҡолаҡтарын борғо килде. Премьеранан һуң тау колледжынан килгән студенттарҙан спектакль тураһында һораштым. Улар, баш бармаҡтарын күккә сөйөп, “Круто!”, тинеләр. Яңылышмаһам, хәҙерге йәш быуын иң ҙур баһаны шулай белдерә, шикелле. Яңы тыуған спектаклгә оҙон ғүмер теләйек!
Радик ӨМӨТҠУЖИН – театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе.

Поделиться: