Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

93-се ижад миҙгелен асыу

i0CvKJffw0c

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы уңышлы үтте. Былай тип рәсми телдәге тапалған һүҙҙәр менән әйтеү бер нәмә лә әйтмәүгә тиң. Шәп үтте, уңышлы үтте, тиһәң дә, аҙ һымаҡ. Ысын! Күңелдә тулышҡан хистәрҙән арынып, теүәл фекергә килеүе лә ауыр. Ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә шәп: декорация ла, реквизит та, костюм – гримдар ҙа, музыка, пластик хәрәкәттәр ҙә, артистарҙың профессиональ юғары кимәлдә уйнауы ла һәм, әлбиттә, ошо бөтә тамашаны ойоштороусы режиссура ла! Күҙ теймәһен, ғүмерле булһын яңы тыуған спектакль!

Поделиться: