Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Премьера!

d3uKNSEN590

Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында “Тапшырылмаған хаттар” спектакленең премьераһы булды. Туған театрында илленән ашыу спектакль сығарған билдәле режиссер Сәлихйән Ғиниәт улы Әфләтуновтың был сираттағы еңеүе, уңышы тип ҡабул ителде. Уның өсөн был тамаша икеләтә шатлыҡ килтергәндер, сөнки был премьера оҫтаның оло юбилейы менән ҡатар килде. Тәүге драма әҫәре сәхнәгә сыҡҡан Сулпан Әбдрәхимова өсөн иһә был премьера тормошоноң тәүге ышаныслы аҙымы булғандыр. Тәүге аҙымын яһаусы буласаҡ драматургҡа ла, тура юл күрһәтеүсе остазға ла именлек теләйек, ижад юлында йыш осрашһындар.

Поделиться: