Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

x9NACBJfmNE

Бөгөн Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө!
Был ижади һөнәр әһелдәренең, сәнғәт эшмәкәрҙәренең, мәҙәни мираҫты һаҡлаусыларҙың байрамы, улар һәр ваҡыт ил менән, уның шатлыҡтары һәм ҡайғылары менән бер рухта була.
Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итә, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади үҫтерә, тормошобоҙға яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәй!
Мәҙәниәткә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да ҡотлайбыҙ, уларҙың изге миссияһын үтәү өсөн күп көс, ижади илһам, ижади фекерҙәр һәм идеялар теләйбеҙ!

Поделиться: