Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Халыҡ-ара театр көнө менән!

de146963-f4ff-4142-84c3-7b14a0c7b71f

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн беҙҙең байрам – Халыҡ-ара театр көнө!🎭
Театр тормошобоҙҙо яңы төҫтәр һәм яҡты нурҙар менән байыта, йәшәү көсөн һәм яңы эмоциялар бирә, изгелек һәм матурлыҡтың мәңгелек ҡиммәттәрен тағы ла бер иҫләтә.
Тамашасыларҙы, шулай уҡ яратҡан артистарыбыҙҙы, сәхнәне көн һайын йәнләндереүсе бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе һәм коллегаларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Тормошон театр менән бәйләгән һәр кемгә илһам һәм ижади уңыштар, яңы сағыу тамашалар һәм ролдәр, именлек һәм танылыу теләйбеҙ! Ә тамашасыларға театр һәр саҡ ыңғай тәьҫораттар килтереүен теләйбеҙ. Театрға тоғролоғоғоҙ һәм һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт!
Бәхетле һәм сәләмәт булығыҙ, театрҙы һәм сәнғәтте яратығыҙ!

Поделиться: