Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ТАНЫШ БУЛЫҒЫҘ – ӘЛМӘНДӘР БАБАЙ

ccc9f246-c84d-46f5-b060-ed7de3ecd323

Ерҙәге тере заттар араһында тик Әҙәм балаһы ғына ғүмеренең мәңге түгеллеген алдан белеп йәшәй. Фажиғәме был? Матди донъя артынан ҡыуып, эгоһын ауыҙлыҡлай алмағандарға ауырыраҡтыр, бәлки. Рухилыҡты беренсел һанап, әхирәткә әҙерләнеп йәшәгән диндарҙар еңелерәк кисерәлер. Бушҡамы ни, мәңге йәшәгәндәй булып, донъяңды теүәллә, иртән үлгәндәй булып, намаҙға баҫ, тимәйҙәр. Ике олатайымды ла иҫләмәйем. Дөрөҫөрәге, улар мин был донъяға килгәнсе баҡыйлыҡҡа күскәндәр. Ә бына ике өләсәйемдең дә, әхирәткә әҙерләнеп, бикле тотҡан һандыҡтарына, үлгәс, ерләгәндә кәрәк буласаҡ төрлө әйберҙәр йыйғандары хәтеремдә. Атеистик тәғлимәттәр илебеҙҙе баҫып алған совет осоронда өләсәйҙәрем намаҙын да уҡыны, ураҙа ла тотто, әреүахтарға аяттарын бағышланы. Бала саҡ аҡылыма, бәлки, уларҙың был ҡылыҡтары ҡыҙыҡ тойолғандыр, әле килеп, өләсәйҙәремдең был ғәмәлдәре үтә лә тәрән мәғәнәле булғанын аңлайым.
Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” исемле лирик комедияһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарағанда тереләй күрә алмаған олатайҙарымды күҙ алдына килтерҙем. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлин был үлемһеҙ әҫәрҙе, фантасмагория жанрын ҡулланып, ауыл кешеһе өсөн ғәҙәти булған ваҡиғаларҙы тәрән юмор аша, шаярыу ҡатыш бик тәрән фәлсәфәгә төрөп бирә. Спектакль барышында фани донъяның төш кенә булыуын, ә бына баҡыйлыҡҡа эйә булыуҙың ана шул төшөңдә хазина табыуға бәрәбәр икәнен аңлайһың. Шуға ла был спектакль артыҡ моңайтмай, ҡайғыртмай ғына йәшәү көсө бирә, бөгөнгө болғаныш заманда оптимистик рух һәм ыңғай энергия уята.
“Бөгөн Сибай дәүләт драма театры “Әлдермештән Әлмәндәр” спектакле менән Байым мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны. Шундай шәп спектакль. Үлем менән йәшәү тураһында барҙы, берсә көлдөрөп, берсә илатып тамашасыларҙы таң ҡалдырҙылар. Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡ, тәрән мәғәнәле спектакль. Сибай театр коллективына ҙур рәхмәт, киләсәктә уңыштар һеҙгә, тағы ла матур-матур спектаклдәр көтөп ҡалабыҙ”, тип яҙа бер тамашасыбыҙ.
Бындай комментарийҙар бихисап, уларҙың һаны тағы ла артыр, тип өмөт итәбеҙ. Сөнки сибайҙар Архангель, Ҡырмыҫҡалы, Иглин райондарына һәм баш ҡалабыҙға гастролгә сыға.
Халҡыбыҙҙың йән йылыһын, шаянлығын, уйын-көлкәгә бай, мөхәббәтле, намыҫлы, ғорур булыуын һәм башҡа бик күп ыңғай сифаттарын үҙенә туплаған Әлмәндәр бабай менән осрашыуға рәхим итегеҙ, яратҡан тамашасыларыбыҙ.
Радик ӨМӨТҠУЖИН – театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе.
21 февраль Әбйәлил районы Михайловка ауылында үткән тамашанан фотоиҫтәлек.

Поделиться: