Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ТОРМОШ ДАУАМ ИТӘ

4rc8FPDBsNc

Йыл аҙағы, йыл башы, тип йәшәйбеҙ – пландар ҡорабыҙ, йомғаҡтар яһайбыҙ – тормош шулай ҡоролған. Театрҙарҙың тормошонда ла шундай шартлы ваҡыт арауығы бар – ижади миҙгелдәр тип аталалар – көҙ башында асылып, йәй аҙағында тамамлана улар. Ошо юҫыҡтан сығып ҡарағанда, әле театрҙа ижади йыл уртаһы, йомғаҡтар яһарға иртә, эштәр үҙ яйы менән дауам итә. Ғинуарҙың 17,18-дә Андрей Кружновтың пьесаһы буйынса Залина Усманова сәхнәләштергән “Его Величество Колобок Второй” спектакленең премьераһы буласак. Был шаян әкиәт бәләкәй дуҫтарыбыҙға тәғәйенләнә. Артистарыбыҙ Учалы, Белорет райондарына гастролдәргә йыйына. Билдәле режиссер Сәлихйән Әфләтүновтың юбилейы Сулпан Әбдрәхимова әҫәре буйынса ҡуйылған “Тапшырылмаған хаттар” спектакленең премьераһы менән билдәләнәсәк. Ҡуйыусы-режиссеры – юбиляр үҙе була. Февралдә Урал аръяғы райондары һәм ҡалалары буйлап гастролдәр көтөлә. 15 февралдә Татарстан Республикаһының Беүә дәүләт драма театры “Бәхеткә юл ҡайҙан?” спектакле менән ҡунаҡҡа килә, мартта Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры спектаклен көтәбеҙ. 27 март – Халыҡ-ара театр көнө, әлбиттә, айырым билдәләнәсәк! Апрелдә театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин Дана Сидерос әҫәре буйынса үҫмерҙәр өсөн махсус яҙылған әҫәрҙең премьераһын ҡуясаҡ. Йылдағыса Өфөлә үтәсәк “АРТылыш FEST” республика театр фестиваленә быйыл мөбәрәковсылар Анна Батурина пьесаһы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған “Фронтовичка” спектаклен алып барасак. Шулай хәлдәр. Ҡыҫҡаһы, тормош дауам итә!

Поделиться: