Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

УЧАЛЫЛАР, КӨТӨГӨҘ

f82366a3ecaec352398ad4e76696f64f

Ғинуар айының һуңғы ун көнөндә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Учалы районы буйлап гастролдәрҙә була. Милләттәштәребеҙгә бер түгел, алты спектакль тәҡдим итә мөбәрәковсылар! Наил Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин ҡуйған “Һинән – фатир, минән – ир” комедия-гротескы учалыларҙың күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ. Ҡала кешеләре өсөн торлаҡ мәсьәләһе иң төп проблема. Ысынлап та, ирҙе фатирға алмаштырырға мөмкинме икән? Килегеҙ, күрегеҙ. Шул уҡ Денис Нурғәлин ҡуйыуындағы “Әлдермештән Әлмәндәр” (Туфан Миңнуллин) фантасмагорияһы иһә ауыл тормошо, ғөмүмән, йәшәйеш тураһында һөйләй, тереклек менән үлемдең йәнәшә йөрөүҙәрен күрһәтә. Спектакль күҙ йәштәре аша илата ла, көлдөрә лә. Шул уҡ Наил Ғәйетбаевтың “Ғашиҡтар көнө” пьесаһы буйынса шул уҡ Денис Нурғәлин ҡуйған спектакль йәштәр тураһында. Мөхәббәт темаһы мәңгелек булһа ла, һәр заман йәштәренең уға ҡарата мөнәсәбәте бөтөнләй башҡа икән дә баһа! Ысын! Йәш актерҙар уйнауында мөхәббәт темаһы ла йәшерәк күренә. Дауыт Юлтый драмаһы буйынса режиссер Рөстәм Хәкимов ҡуйған “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” спектакле ҡатын-ҡыҙҙың тормошо: уның яратып һәм яратылып йәшәргә хоҡуғы, йәмғиәттә шәхес булараҡ үҙ урынын билдәләүгә ынтылыуы тураһында. Был спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проектына таянып ҡуйылды. Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған “Фронтовичка” (авторы – Анна Батурина) спектакле лә “Берҙәм Рәсәй” проекты буйынса сәхнәгә былтыр сыҡты. Өлкән тамашасыларыбыҙ өсөн ошо биш спектаклде тәҡдим итәбеҙ. Әлбиттә, бәләкәй дуҫтарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ. Көндөҙ улар өсөн яңы ғына бешеп сыҡҡан тамаша – режиссер Залина Усманова ҡуйыуындағы “Его Величество Колобок Второй” (авторы – Андрей Кружнов) исемле шаян әкиәт тәҡдим итәбеҙ. Ваҡиғалар ҙа яңы бешеп сыҡҡан Йомро икмәк тураһында. Балалар рус халыҡ әкиәтенең заманса яңғырашын күреп ҡыуаныр, тип ышанабыҙ.
Учалылар! Көтөгөҙ! Беҙ барабыҙ!
Радик ӨМӨТҠУЖИН – театрҙың әҙәби-драматургик бүлек етәксеһе

 

Поделиться: