Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

УҢЫШТАР ҺИҢӘ, ЮЛИӘ!

8R1Gq_oGxHI
Юлиә Мөхәмәтйәнова–Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн ул күп тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө. Бигерәк тә уҙған йыл аҙағында сәхнәгә сыҡҡан “Фронтовичка” спектаклендә төп героиня Мария Небылица ролен урын-еренә еткереп, оҫта башҡарыуын йылы ҡабул иттеләр.

–Театр юлын һайлармын, тигән уй хыялымда бөтөнләй булманы. Хатта ул юлдың ниндәй икәнен күҙ алдына ла килтермәй инем. Бәләкәй саҡтан бейергә яратам. Биш йәштән фортепианоға, алты йәштән бейеү студияһына йөрөнөм, сәнғәт мәктәбен уҡып бөттөм. Киләсәккә һөнәр һайлау мәле еткәс, атайымдың һүҙен йыҡмай, ҡапыл ғына театр юлын һайланым. Сибай сәнғәт колледжында театр бүлегенә имтихандарҙы еңел генә тапшырып уҡырға инеп киттем. Шиғыр һөйләттеләр, проза әҫәренән өҙөк уҡыным, бер мәҫәл һөйләргә тура килде. Йәшермәйем, ул мәлдә яттан һөйләү, тасуири уҡыу һәләтем йомшағыраҡ ине. Әле лә иҫемдә, буласаҡ уҡытыусыларым Вәкил Барый улы Йосопов менән Римма Лоҡман ҡыҙы Йәрмөхәмәтова ҙур ышаныс белдерҙе, өмөт уятты, бейетеп тә ҡаранылар, йырлап та күрһәттем. Башта уҡыу ҡыйыныраҡ бирелде, аҙаҡ өйрәнеп киттем, тырышып уҡый башланым. Төркөмдә 5 ҡыҙ, 3 егет уҡыныҡ. Фидан Шәйәхмәтов менән Эльвина Мусина әле Салауат театрында эшләй, Ирек Ибраһимов–Стәрлетамаҡ театрында, ҡалғандар–“Сулпан” балалар театрында, мин драма театрында эшләйем. Диплом алғас, эшкә ҡайҙа барырға тигән уй борсоманы, күңелем күптән Сибай драма театрына тарта ине. Яратҡан театрымда эшләүемә 6 йыл да үтеп китте. Башта уҡ төп ролдәр булманы, әлбиттә, күмәк сәхнәләштереүҙә уйнаным. Тәүге ролем Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов ҡуйған “Тере тупраҡ” спектаклендә Көнһылыу булды. Шулай яйлап төрлө ролдәр өҫтөндә эшләй-эшләй, булған һәләттәрҙе күрһәтә килә генә хыялдарҙы тормошҡа ашырып була. Нисә роль уйнағанмындыр, һанағаным юҡ, кәрәкмәйҙер ҙә. Әлегә уйнаған иң сағыу, ҙур ролем Анна Батурина пьесаһы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған “Фронтовичка” спектаклендә Мария Небылица роле. Ике сәғәт ярым сәхнәнән төшмәй уйнайым был спектаклдә. Репетициялар башланғанда төрлө хафалар бар ине, әммә беҙ ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайбыҙ, эшләйбеҙ, һөнәребеҙ шундай–ҡыйыу булыу,–ти Юлиә.

Сибай ҡыҙының артабан да сәнғәт йүнәлешендә уҡырға уйы бар. Әлегә театрҙағы төп эшенән тыш, “Созвездие” исемле театр һәм бейеү студияһын етәкләй. 60-тан ашыу балаға актер оҫталығы дәрестәре бирә, бейеү серҙәрен өйрәтә. Бында шөғөлләнгән балалар дүрт йыл уҡығас, бейеү һәм актер оҫталығы буйынса танытма ала.

–Ҡасандыр атайымдың кәңәшен тотоп театр юлын һайлауыма үкенмәйем. Ул ҡыҙы менән ғорурлана—был минең өсөн мөһим,–ти Юлиә һәм барса халыҡты театрҙы яратырға, спектаклдәргә йөрөргә саҡыра.

Радик Өмөтҡужин, театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе.

Поделиться: