Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Фронтовичка” йәнә сәхнәлә!

qxFLP_Ycg-8

Ҡәҙерле театр һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры
⚡8 февраль, 19.00 сәғ.
“Фронтовичка” драмаһын (Анна Батурина, реж. И. Ҡаҙаҡбаев), 12+ ҡарарға саҡыра.
“Фронтовичка” пьесаһының төп геройы – Мария Небылица. 24 йәшлек ҡыҙ һуғыштан һуң хәрби госпиталдән тура Уралға юллана, сөнки бында уның һөйгәне Матвей Кравчуктың әсәһе йәшәй. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡа уның барыр урыны ла юҡ. Тыныс тормошта ҡыҙ нисек йәшәр, ни менән шөғөлләнер, бәлки, командиры кәңәш иткән заводҡа эшкә барыр?
Әлегә ул киләсәк тормошоноң яҡты буласағына ышана, өмөт итә, сөнки иң ауыры артта ҡалды. Уны нисек ҡаршы алырҙар, яңы ерҙә үҙенә урын табырмы ул? Баҡтиһәң, тыныс тормошта ла көрәшергә, иң тәүҙә үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк икән дә баһа…
Билеттар театр кассаһында һәм сайтта һатыла:
https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/14573062/
📞89373504582, +7(34775)22500
Пушкин картаһы ғәмәлдә!
💐Рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Поделиться: