Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Дамир Ғәлимовтың юбилей кисәһе

YMQA2IqDAss

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында РФ-тың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданины Дамир Мәзит улы Ғәлимовтың 80 йәшлек юбилейына арналған кисә булып уҙҙы. Ғүмеренең 36 йылын ошо театрға бағышлаған сәнғәт эшмәкәрен дуҫтары, туғандары, коллегалары һәм, әлбиттә, рәхмәтле тамашасылары ҡотланы. Байрам хөрмәтенә Баныу Ҡаһарманова пьесаһы буйынса Дамир Мәзит улы ҡуйған “Их, рәхәт йәшәүҙәре, йәки Айғырыңдың ҡабырғаһы!..” комедияһы күрһәтелде. Ҡотлауҙар ваҡытында, “Сибай ҡалаһын иң тәүҙә карьеры һәм театры буйынса беләләр”, тигән ҡыҙыҡлы фекер яңғыраны. Бәс, шулай булғас, оҙаҡ йылдар буйы Сибай театрын етәкләгән Дамир Мәзит улын да, әлбиттә, бик яҡшы беләләр. Юбилярҙы ҡотлаусыларҙың йылы һүҙҙәре быға асыҡ дәлил булып яңғыраны, ә театр эшмәкәрҙәре Союзы тарафынан тапшырылған Станиславский миҙалы билдәле режиссерҙың эшмәкәрлегенә ҙур баһа булды.

Поделиться: