Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Яҙыусы менән осрашыу

73CMjSbP7Y4

Театр һөйөүсе, әҙәбиәткә ғашиҡ дуҫтарыбыҙ!
15 февраль көнө билдәле яҙыусы, яҡташыбыҙ Зифа Ҡадырова менән ике тапҡыр осрашыу мөмкинлеге бар. Тәүге осрашыу сәғәт 15:00 Чайковский урамы, 30 адресы буйынса Йәштәр китапханаһында (мәсеткә ҡаршы) булһа, икенсеһе Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында була. Был көндө яҙыусының “Бәхеткә юл ҡайҙан?” әҫәре буйынса Татарстандың Беүә драма театры ҡуйған спектакль буласаҡ. Башлана сәғәт 19:00. Ике осраҡта ла авторҙың китаптары һатыласаҡ.
Зифа Ҡадырованың тормошо, ижады менән ҡыҙыҡһынғандар, яҙыусы менән осрашыу мөмкинлектәренән ситтә ҡалмағыҙ!

Билеты на встречу

Поделиться: