Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ӘЛДЕРМЕШТӘН ӘЛМӘНДӘР БИШЛЕК!

GxZVnzxU3iA

Кисә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сираттағы ижад миҙгелен асты. Театр алдында уҡ тамашасыларҙы бик үҙенсәлекле ҡаршы алдылар, ҡурайға, гармунға бейеттеләр. Ә премьера иһә бик шәп килеп сыҡҡан, режиссерға ла, актерҙарға ла, ғөмүмән, бар коллективҡа – 5!
ӘЛДЕРМЕШТӘН ӘЛМӘНДӘР БИШЛЕК!
ӘЛДЕРМЕШТӘН ӘЛМӘНДӘР БИШЛЕК!
Бынан 12-13 йыл элек Баймаҡ районының бер ауылында йәшәгән инәй менән танышып, оҙаҡ һөйләшеп ултырғайныҡ. Инәй оло ине (80 йәште уҙған), инвалид улын ҡарай. Өлкән булһа ла инәй яңы мунса төҙөткән ине.
–Мине һөйләйҙәр. “Был әбей үлергә йыйынмайҙыр ул, то мунса яңырта, то ҡойма алмаштырта”, – тиҙәр. Үләм тип донъямды ҡарамаҫҡамы ни миңә? 20 йәштә лә “Үләм” тип ятып, бер нәмә лә эшләмәҫкә мөмкин бит…,–тигәйне.

Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында “Әлдермештән Әлмәндәр” исемле спектаклде ҡарағас, ана шул инәй һәм уның һүҙҙәре иҫкә килеп төштө. Спектаклдең төп геройы Әлмәндәр ҡарт 91 йәшкә етһә лә йәшәп танһығы ҡанмаған, дәртләнеп донъя көтә, пландар ҡора. Ҡасандыр 5 улын һуғышҡа оҙатып, уның дүртәүһен юғалтҡан бабай уландары өсөн йәшәгеһе килә… Мыжымай ҙа, зарланмай ҙа һәм һуғыштан иҫән ҡайтып, әле 70 йәшкә етеп килгән берҙән-бер улының мыжығынан өнәмәй ҙә. Әйткәндәй, Әлмәндәр ҡарт үҙенең улынан да йәшерәк күренеп, тетә баҫып йөрөй…

Әжәл Әлмәндәр ҡарттың ғүмерен ала килгәндә лә бабай шаярыуҙан туҡтамай, хатта Әжәлде үҙенә бойһондороп ҡуя. Әлмәндәр менән Әжәлдең осрашыуы, һөйләшеүҙәре бик ҡыҙыҡ итеп бирелде. Көлөп һенең ҡатмалы! Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡ һәм тәрән мәғәнәле спектакль. Барығыҙ, күрегеҙ!

Әйткәндәй, яңы почерк һиҙелә. Йәш режиссер Денис Нурғәлинға уңыштар! Актерҙар һәр ваҡыттағыса килештереп уйнаны.

Сибай театры коллективына ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә матур-матур спектаклдәр көтәбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Атайсал

Поделиться: