Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

27 март – Халыҡ-ара Театр көнө

a2d6795a-0f85-48c1-98a2-fe2be29d800e

Был дата 1961 йылдан билдәләнә. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн Халыҡ-ара театр эшмәкәрҙәре конгресында 27 март Театр көнө тип иғлан ителә. Сибай ҡалаһында ике театр – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры һәм «Сулпан» Сибай башҡорт дәүләт балалар театры – эшләй. Быйыл мөбәрәковсылар Театр көнөн бер юлы өс спектакль күрһәтеп ҡаршылаясаҡ: 27 март – Анна Батурина пьесаһы буйынса “Фронтовичка” спектакле (режиссер – Илсур Ҡаҙаҡбаев), 28 март Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” лирик комедияһы (режиссер – Денис Нурғәлин) , 29 март Сулпан Әбдрәхимованың пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Тапшырылмаған хаттар” мелодрамаһы (режиссер – Сәлихйән Әфләтунов).
Тамашаларға рәхим итегеҙ!
Билеттар театр сайтында: https://sibaidramteatr.ru/ba/category/afisha/

 

Поделиться: