Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Учалы районы буйлап гастролдәр

mGdCeXkO7dQ

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Учалы районы буйлап гастролдәре дауам итә.
❄Һинән – фатир, минән – ир!” комедияһы (Н.Ғәйетбай, реж.Д.Нурғәлин), 16+

Һәр кем баш өҫтөндә ҡыйыҡ булып, үҙ өйөндә йәшәргә теләй һәм хыяллана, әммә теләктәр менән мөмкинлектәр гел генә тура килмәй шул. Берәүҙәрҙең фатиры бар, икенселәр кеше тупһаһында йәшәргә мәжбүр. Билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың комедияһындағы төп персонаждар нәҡ шул ике яҡ кешеләре. Нисек тә булһа фатирлы булыр өсөн улар төрлө хәйлә ҡорорға әҙерҙәр. Автор үҙенең геройҙарын тормоштоң төрлө ситуациялары аша һынай. Ваҡиғалар ҡай саҡ көлкөлө, хатта әҙәм ышанмаҫлыҡ булып китә.

❄ Әлбиттә, бәләкәй дуҫтарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ. Көндөҙ улар өсөн яңы ғына бешеп сыҡҡан тамаша – режиссер Залина Усманова ҡуйыуындағы🫠 “Его Величество Колобок Второй” (авторы – Андрей Кружнов) исемле шаян әкиәт тәҡдим итәбеҙ. Ваҡиғалар ҙа яңы бешеп сыҡҡан Йомро икмәк тураһында. Балалар рус халыҡ әкиәтенең заманса яңғырашын күреп ҡыуаныр, тип ышанабыҙ.

26 ғинуар – Ахун
27 ғинуар – Комсомольск
28 ғинуар – Ураҙ
29 ғинуар – Ҡунаҡбай
30 ғинуар – Миндәк
31 ғинуар – Уральск ауыл мәҙәниәт йорттарында һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.

Тамашалар 19.00 сәғәттә башлана.
Пушкин картаһы ғәмәлдә.
🌏Билеттарҙы Сибай театры сайтында һатып алыу мөмкинлеге бар.
https://sibaidramteatr.ru/ba/category/afisha/
💥Рәхим итегеҙ, учалылар!

Поделиться: