Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Беҙҙә ҡунаҡта – Быуа татар драма театры

PDhCqaMXLMg

Татарстандың Быуа татар драма театры Башҡортостандың Сибай башҡорт драма театрында билдәле яҙыусы Зифа Ҡадырованың “Бәхеткә юл ҡайҙан?” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектакль ҡуйҙы. Һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтергә кәрәк, быуалар Сибайҙа тәүге тапҡыр сығыш яһай. Был иҫтәлекле осрашыуҙан ике яҡ та бик ҡәнәғәт ҡалды. Быуаларҙы сибайҙар шығырым тулы зал менән алҡыштарға күмеп ҡаршы алып оҙаттылар. Яҡташыбыҙ Зифа Ҡадырованың әҫәрҙәрен яҡшы белеүсе тамашасылар тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҙыусыға оло хөрмәт күрһәттеләр. Быуа театры артистары Сибайға юл һыуытмаҫҡа вәғәҙә бирҙеләр.

Поделиться: