Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

92-се ижади миҙгел тамам

-uMPGNJTbmk

⚜⚜⚜⚜⚜⚜⚜⚜⚜⚜⚜⚜⚜⚜

92-се ижади миҙгел тамам. Бер уйлаһаң, ижад өсөн тамам һүҙе ят һымаҡ, сөнки ижад итеү туҡтауһыҙ процес. Илһам ғына, бәлки, ваҡыты-ваҡыты менән киләлер. Улай тиһәң, Чайковскийҙың, илһам ялҡауҙарға ғына килмәй, тигән һүҙҙәре менән дә һис килешмәй булмай. Тимәк, егәрлеләр өсөн миҙгел генә тамам – ижад мәңгелек! Король үлде, йәшәһен король, тигән һымағыраҡ килеп сыға түгелме? Аҙаҡҡы, тигән һүҙ булмай – ул яңының башы! Алға ҡарап йәшәйек! Шулай ҙа миҙгел аҙағы еткәс, йола буйынса йомғаҡтар яһау фарыз.

Ниндәй ваҡиғаларға бай булды һуң үткән ижади миҙгел, театр репертуарын байытҡан ниндәй премьералар булды һуң үткән йылда?

1) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың әҫәре буйынса “Өҙөлгән өмөт” драмаһын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Сәлихйән Әфләтүнов сәхәнәгә сығарҙы.

2) Мөғжизәле Яңы йыл байрамына балалар өсөн “Тәмле Яңы йыл” әкиәтен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡуйыусы-режиссер Вадим Ғилманов бүләк итте.

3) Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө хөрмәтенә театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин Гөлсәсәк Саламатованың сценарийы буйынса “Мөхәббәтте ергә ҡарап түгел, йондоҙҙарға ҡарап көткәнмен” исемле театрлаштырылған концерт әҙерләне.

4) Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, яҙыусы-драматург Мансур Ғиләжевтың әҫәре буйынса “Таңбатыр” әкиәтен ҡуйыусы-режиссер Залина Усманова тормошҡа ашырҙы.

5) Халыҡ-ара театр көнөндә Наил Ғәйетбаев әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Һинән—фатир, минән—ир” гротеск-комедияһын Денис Нурғәлин сәхнәгә сығарҙы.

6) Театр тарихында тәүге тапҡыр “Яу ҡупҡас…” исемле пластик спектакль ҡуйылды. Был проекттың авторы һәм тормошҡа ашырыусыһы – Залина Усманова.

Тамашасылар күңелен күптән яулаған ысын мәғәнәһендә халыҡ артистарыбыҙ Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова менән Риф Ғәли улы Сәйфуллиндар быйыл 50-се ижад миҙгелдәрен тамамланы. Шул уҡ мәлдә йәш көстәребеҙ Юлиә Иҫәндәүләтова, Айгөл Ғөбәйҙуллина һәм Юлиә Солтангәрәевалар быйыл үҙҙәренең тәүге сезондарын тамамланы. Нәжиб Асанбаевтың драмаһы буйынса Сәлихйән Әфләтүнов ҡуйған “Өҙөлгән өмөт” спектаклендә улар үҙҙәрен тәү башлап күрһәттеләр, мөбәрәковсылар сафын арттырҙылар.

Риф Ғәли улы Сәйфуллинға был сезонда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Вадим Наил улы Ғилмановҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемдәре бирелде.
Баш режиссер булып эш башлаған Денис Нурғәлин йыл дауамында “Мөхәббәтте ергә ҡарап түгел, йондоҙҙарға ҡарап көткәнмен” исемле театрлаштырылған концерт менән Наил Ғәйетбаев пьесаһы буйынса “Һинән – фатир, минән – ир” исемле комедия-гротескын сәхнәләштереп, яңы һулышы, яңы уйҙары, яңы идеялары менән театрға йән өрҙө.

Талантлы артист булараҡ, үҙен күптән танытҡан, үткән миҙгелдә Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзының Йәштәр премияһының еңеүсеһе булған Залина Усманова, режиссер булараҡ, театр өсөн тағы бер асыш булды. Ул ҡуйған “Таңбатыр” әкиәте һәм бигерәк тә театр тарихында тәү тапҡыр ҡуйылған “Яу ҡупҡас” исемле пластик спектакль театр белгестәрен дә, тамашасыларҙы ла хайран итте.

Әлбиттә, гастролдәр театр тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Үткән миҙгелдә артистарыбыҙ баш ҡалабыҙ Өфөлә “АРТылышFEST” фестивалендә уңышлы сығыш яһанылар, Себер тарафтарына сәйәхәт ҡылдылар, күрше Силәбе өлкәһендә булдылар, республикабыҙҙың ҡалалары һәм райондары буйлап сығыш яһанылар.

Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы бүләк иткән өр-яңы Нефаз автобусы гастролдәргә йөрөү мөмкинлеген күпкә еңеләйтте. Ҙур рәхмәт уларға театрға һәр саҡ ярҙам иткәндәре өсөн!

Театр коллективының бер ғаилә кеүек тупланып йәшәүе театрҙың тормошон матурлай һәм нығыта. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан коллегаларыбыҙ менән һәр саҡ бәйләнештә булыу, гуманитар ярҙамдар ойоштороу ана шул ихлас хистәр тураһында һөйләй түгелме? Илһөйәрлек бит ул сәхнәләге әҫәрҙәрҙә генә сағылмай, ул коллективтағы һәр кемдең тойғоһо, көндәлек тормошта ил алдындағы бурысы.

Тормош дауам итә! Сөнки тормош – ул үҙе театр! Нәфис һүҙгә хөрмәт барҙа, матурлыҡҡа өндәүсе сәхнә әҫәрҙәре булғанда, театр һәр саҡ гөрләп йәшәйәсәк!

Поделиться: