Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

«Әлдермештән Әлмәндәр» – Әбйәлилдә!

rKMMG-HSoCE

Хөрмәтле театр һөйөүселәр!
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры «Әлдермештән Әлмәндәр» комедияһы (Т.Миңнуллин, реж.Д.Нурғәлин), 12+ менән Әбйәлил районына сәфәргә сыға.
Татар классигы Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” әҫәре бихисап театр сәхнәләрендә ҡуйылған. Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлиндың был пьесаға тотоноуы бушҡа түгелдер. Заманы шундай: йәшәү менән үлем тураһында бөгөнгө көндә йышыраҡ уйлана башланыҡ. Ваҡиғалар юмор аша, шаярыу ҡатыш күрһәтелһә лә был лирик комедия тәрән фәлсәфәгә эйә.
16 февраль – Ташбулат ауыл мәҙәниәт йорто,
20 февраль – Байым ауыл мәҙәниәт йорто,
21 февраль – Михайловка ауыл мәҙәниәт йорто,
Пушкин картаһы ғәмәлдә.
Тулыраҡ мәғлүмәт театр сайтында https://sibaidramteatr.ru
Рәхим итегеҙ, дуҫтар!

 

 

Поделиться: