7 май, 19.00 – “Яу ҡупҡас” пластик спектакле ( автор һәм режиссеры Залина Усманова), 12+ 8 май, 19.00 – “Фронтовичка” драмаһы (Анна Батурина, реж. Ильсур Ҡаҙаҡбаев) , 12+ 9 май, 19.00 – «Әлдермештән Әлмәндәр» комедияһы (Т.Миңнуллин, реж.Денис Нурғәлин), 12+ Билеттар театр кассаһында һәм сайтында: https://sibaidramteatr.ru/category/afisha/ ☎+79373504582, +7(34775)22500 Рәхим итегеҙ!
Яңылыҡтар
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрында коллективтың сираттағы дөйөм йыйылышы үтте. Алдағы байрамдарға әҙерлек, Өфөгә һәм Туймазы районына гастролдәр мәсьәләләрен һәм дөйөм ойоштороу мәлдәре буйынса фекер алышыу булды. Беренсе профсоюз ойошмаһының профсоюз комитеты рәйесен һәм активын асыҡ тауыш биреү юлы менән яңынан һайлау үтте. Рәйес итеп Сәйетов Нәфис Урал улы билдәләнде. Яңы составҡа уңышлы […]
1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән! Был хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө. Яҡшы кәйеф, хеҙмәтсән рухты тыуҙырыу үҙебеҙҙән тора. Был яҙғы байрам һәммәгеҙгә лә байрамса күтәренке кәйеф, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ, барыбыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, йорттарығыҙға бәхет һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен! Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 13 май, 19.00 сәғ. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә “Фронтовичка” драмаһын (Анна Батурина, реж. И. Ҡаҙаҡбаев) , 12+ ҡарарға саҡыра. Билеттар Милли йәштәр театры кассаһында һәм сайтта һатыла: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/16195183/ Билеттарҙы Пушкин картаһы менән һатып алырға мөмкин. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә. ☎ +7 (347) […]
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында РФ-тың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданины Дамир Мәзит улы Ғәлимовтың 80 йәшлек юбилейына арналған кисә булып уҙҙы. Ғүмеренең 36 йылын ошо театрға бағышлаған сәнғәт эшмәкәрен дуҫтары, туғандары, коллегалары һәм, әлбиттә, рәхмәтле тамашасылары ҡотланы. Байрам хөрмәтенә […]
«Тапшырылмаған хаттар» спектакле 10 көн дауамында Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарының ауылдары буйлап гастролдә булды. Ошо сәфәр барышында һәр ауылда “яратҡан Сибай театры килә” тип ҡаршы алдылар. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айгөл Хәкимова һәм Салауат Вәлиев, Римма Ғәйнуллиналар сығышын тормоштоң төрлө сағын, төрлө миҙгелен ышандырып, бергә йәшәтеп, уйландырып уйнанығыҙ тинеләр тамашасылар. Спектакль ҡараусылар театрыбыҙҙа эшләгән, исемдәре халыҡҡа […]
Извините, но эта статья доступна только на рус.) рус
2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө үткәрелә. Был иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе, ул халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Был көндө һәр кем кейем аша үҙенең үҙенсәлеген күрһәтә ала. Башҡортостан Республикаһында 164 милләт вәкиле йәшәй. Дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгәндә, беҙ төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен хөрмәт […]
Һәр мәктәптең, һәр кластың, һәр уҡыусының үҙ тауышы, донъяға ҡарашы бар – хәс тә кешеләрҙең бармаҡ эҙҙәре бер-береһенә оҡшамаған һымаҡ. Был – тормош. Шунһыҙ мөмкин түгел, шулай булмаһа, инкубатор себештәре кеүек, беребеҙ икенсебеҙҙән айырылмай, бер төҫтәге, оҡшаш еҫле һоро массаға әйләнер инек. Театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин ҡуйған “Как избежать зла” спектакленең премьераһын ҡараған ваҡытта […]
Извините, но эта статья доступна только на рус.) рус
Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле ҡунаҡтар, 29 апрелдә 19: 00 сәғәттә Һеҙҙе Рәмил Урманшиндың концертына саҡырабыҙ! Популяр, йәш артист Рәмил Урманшин төрлө йырҙар башҡара. Уны йәш быуын да, өлкәндәр ҙә ярата. Программала яңы эшкәртеүҙә халыҡ йырҙарын да ишетерһегеҙ. Концертта шулай уҡ Рәсәй һәм халыҡ – ара конкурстар еңеүсеһе Һәм лауреаты – Лилиә Ғәлимова, виртуоз баянсы – Ҡурайсы […]
Башҡорттоң, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигән әйтеме бар. Теләйһеңме һин, юҡмы, бәлки, ҡарышаһыңдыр ҙә әле, яҙмыш һине шап иттереп, барыбер үҙ юлыңа төшөрә. Әммә Аллаһ ҡолдарының һәммәһенә татымай бындай бәхет. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Сафиуллинаның тормошон күҙаллағанда ошо әйтем иҫкә төштө. Мәктәптә йылдарында уҡ ул оҫта бейеүсе булып таныла, гармунда өҙҙөрөп уйнай, […]
Извините, но эта статья доступна только на рус.) рус
Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Флорид Бүләковтың “Их, күгәрсенкәйҙәрем!” лирик комедияһы менән: сәфәргә сыға. 30 март – Йылайыр районы Яманһаҙ, 12 апрель – Әбйәлил районы Красная Башкирия, 13 апрель – Силәбе өлкәһе Сыртинск, 15 апрель – Баймаҡ районы Таулыҡай, 16 апрель – Хәйбулла районы Таштуғай, 17 апрель – Хәйбулла районы […]
Зәңгәр-зәңгәр диңгеҙ төбөндә ҡыҫала йәшәгән. Уға бик насар, күңелһеҙ булған. Ә диңгеҙҙең һоро булып күренеүе бик күңелһеҙ булды… ул ни өсөн икәнен аңлай алманы. Ни өсөн бөтәһе өсөн дә диңгеҙ зәңгәр, зәңгәркүк, шәмәхә, зәңгәрһыу, алһыу, ә уның өсөн һоро… Был иҫ киткес тарихты балалар яҙыусыһы Борис Заходер уйлап таба, уның тыуыуына 90 йыл тулыуға был […]
Юлиә Мөхәмәтйәнова–Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн ул күп тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө. Бигерәк тә уҙған йыл аҙағында сәхнәгә сыҡҡан “Фронтовичка” спектаклендә төп героиня Мария Небылица ролен урын-еренә еткереп, оҫта башҡарыуын йылы ҡабул иттеләр. –Театр юлын һайлармын, тигән уй хыялымда бөтөнләй булманы. Хатта ул юлдың ниндәй икәнен күҙ алдына […]
Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн беҙҙең байрам – Халыҡ-ара театр көнө! Театр тормошобоҙҙо яңы төҫтәр һәм яҡты нурҙар менән байыта, йәшәү көсөн һәм яңы эмоциялар бирә, изгелек һәм матурлыҡтың мәңгелек ҡиммәттәрен тағы ла бер иҫләтә. Тамашасыларҙы, шулай уҡ яратҡан артистарыбыҙҙы, сәхнәне көн һайын йәнләндереүсе бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе һәм коллегаларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Тормошон театр менән бәйләгән һәр кемгә илһам һәм […]
Бөгөн Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө! Был ижади һөнәр әһелдәренең, сәнғәт эшмәкәрҙәренең, мәҙәни мираҫты һаҡлаусыларҙың байрамы, улар һәр ваҡыт ил менән, уның шатлыҡтары һәм ҡайғылары менән бер рухта була. Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итә, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади үҫтерә, тормошобоҙға яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө […]
25 март көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтергә тейешле Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының “Фронтовичка” спектакле кисектерелә. Ул 13 май көнө Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтәсәк. Билеттар техник сәбәптәр арҡаһында кире ҡайтарыла, һылтанма буйынса кире ҡайтарыу эшләргә кәрәк буласаҡ https://intickets.ru/refund-service/#/order . Бәйләнеш өсөн телефондар: 89273334850, 8 (347) 272-35-33
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 25 март, 19.00 сәғ. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә “Фронтовичка” драмаһын (Анна Батурина, реж. И. Ҡаҙаҡбаев) , 12+ ҡарарға саҡыра. Тамаша “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡала театрҙары” – “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте”проекты сиктәрендә ҡуйылды. Билеттар Башҡорт академия драма театры кассаһында һәм сайтта һатыла: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/14685230/ […]
Сибай дәүләт башҡорт драма театрының “Әлдермештән Әлмәндәр” спектакле менән гастролдәре тамам! Кисә Өфө ҡалаһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уңышлы сығыш менән был сәфәргә нөктә ҡуйылды. Алда театрҙар декаднигы көтә, киләһе аҙнала 25 март көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә “Фронтовичка” драмаһына ( режиссеры Ильсур Ҡаҙакбаев, 12+) көтөп ҡалабыҙ! Билеттар театр […]
Был дата 1961 йылдан билдәләнә. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн Халыҡ-ара театр эшмәкәрҙәре конгресында 27 март Театр көнө тип иғлан ителә. Сибай ҡалаһында ике театр – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры һәм «Сулпан» Сибай башҡорт дәүләт балалар театры – эшләй. Быйыл мөбәрәковсылар Театр көнөн бер юлы өс спектакль күрһәтеп ҡаршылаясаҡ: […]
Извините, но эта статья доступна только на рус.) рус