Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында йәйге ялдарҙан һуң эштәр гөрләп бара. Яңы 93-сө ижади миҙгелде асыуға премьераһы буласаҡ Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” комедияһын театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин әҙерләй. Яңы тамашаға рәхим итегеҙ!

92-се ижади миҙгел тамам. Бер уйлаһаң, ижад өсөн тамам һүҙе ят һымаҡ, сөнки ижад итеү туҡтауһыҙ процес. Илһам ғына, бәлки, ваҡыты-ваҡыты менән киләлер. Улай тиһәң, Чайковскийҙың, илһам ялҡауҙарға ғына килмәй, тигән һүҙҙәре менән дә һис килешмәй булмай. Тимәк, егәрлеләр өсөн миҙгел генә тамам – ижад мәңгелек! Король үлде, йәшәһен король, тигән һымағыраҡ килеп сыға түгелме? Аҙаҡҡы, […]